09:07 (UTC+5), 06 Май 2013

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы спортсыларын һәм тренерҙарын ҡотланы

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекаманың «Торос» хоккей клубы спортсыларына һәм тренерҙарына телеграмма ебәрҙе, унда хоккейсыларҙы Братина кубогын яулауҙары менән ҡотланы. Юғары хоккей лигаһының аҙаҡҡы матчы финалында Нефтекама хоккейсылары Ҡаҙағстандың «Сарыарка» клубын 3:0 иҫәбе менән еңде.
«Үҙҙәренең матур уйыны менән «Торос» уйынсылары республиканың барлыҡ хоккей яратыусыларына ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Нигеҙҙә Башҡортостан хоккей мәктәбендә шөғөлләнеүселәр уйнаған состав менән икенсе тапҡыр Братина кубогын яулауығыҙ бик мөһим. Клубтың һәм тотош лиганың генераль бағыусыһы - «Урал» хәйриә фондының еңеүгә ҙур өлөш индереүен билдәләп үтке килә», - тиелә республика Президентының ҡотлау телеграммаһында.
Рөстәм Хәмитов хоккей клубы етәкселәренә, тренерҙар штабына, барлыҡ уйынсыларға «юғары профессионализм, оҫталыҡ һәм еңеүгә ынтылыш өсөн» рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ уйынсыларға ярҙам иткән көйәрмәндәргә лә рәхмәт әйтте. Республика башлығы «Торос»тың яңы миҙгелдәрҙә лә клубтың һәм республика хоккейының лидерлыҡ позицияһын нығыта аласағына ышанысын белдерҙе. Президент барлыҡ коллективҡа ныҡлы һаулыҡ һәм яңы еңеүҙәр теләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика