09:54 (UTC+5), 24 Апреля 2013

Мәләүездә ат спорты буйынса асыҡ турнир үтте

Әлим Фәйезов
Мәләүез районында ике көн дауамында «Толпар» ат-спорт комплексында «Берҙәм Рәсәй» партияһы приздарына ат спорты буйынса асыҡ турнир үтте. Ярыштарҙа дүрт команда ҡатнашты. Улар - «Белая лошадь», «Кентавр» (Магнитогорск), «Толпар» (Мәләүез районы) ат-спорт комплекстары һәм Өфөнөң 119-сы йылҡысылыҡ заводы.
Бәйге йомғаҡтары буйынса Елена Ахряпина, Анастасия Морозова («Кентавр» ат-спорт комплексы), Мария Казакова, Ирина Сыкшенева, Мария Шестова («Толпар» ат-спорт комплексы), Мария Зарипова, Наталья Васильева (Өфөнөң 119-сы йылҡысылыҡ заводы) турнирҙың төрлө программаларында еңеүсе тип табылды. Был хаҡта Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәре Елена Мазиева хәбәр итте.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Сергей Макаров еңеүселәрҙе тәбрикләп, уларға иҫтәлекле бүләктәр, партия исеменән аҡсалата приздар тапшырҙы. Муниципаль райондың ат спорты федерацияһы етәксеһе булараҡ, Сергей Васильевич барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм Мәләүез районы хакимиәтенең артабан да районда ат спортын үҫтереүгә ярҙам итәсәген белдерҙе.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика