Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Апрель 2013, 16:33

Башҡортостан ҡышҡы Сурдлимпия уйындарын ҡабул итергә әҙер

30 марттан 6 апрелгә тиклем Финляндияның Ванта ҡалаһында ишетеү һәләте буйынса инвалидтар араһында шайбалы хоккей буйынса II донъя чемпионаты үтте. Ярыштарҙа Рәсәй, Канада, Финляндия, АҠШ һәм Швециянан биш йыйылма команда ҡатнашты.
Алтын миҙалдар өсөн көрәштә Рәсәй йыйылма командаһы Канада уйынсыларын 5:4 иҫәбе менән еңеп, донъя чеммпионы булды. Өсөнсө урынды Финляндия командаһы яуланы.
Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы менән Өфөнән белгестәр етәкселек итә. Команданың өлкән тренеры – Андрей Василевский («Салауат Юлаев» олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры), тренеры – Вячеслав Шевнин (БР Һаңғырауҙар спорты федерацияһы вәкиле). Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Өфөнән туғыҙ хоккейсы бар: Константин Гамаюров, Станислав Ильичев, Сергей Кикин, Сергей Осипов, Вячеслав Сидоров, Искәндәр Латипов, Станислав Хакимов, Сергей Юшкин һәм Дмитрий Ядрышников.
Дүшәмбе, 15 апрелдә, Республика йортонда Өфөнән донъя чемпиондарын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
— Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе бында хоккей буйынса донъя чемпионатында еңеү яулағанығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә саҡырҙым, - тип сәләмләне спортсыларҙы Рөстәм Зәки улы. – Был ваҡиға тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән аҙнала ғына ишеттем. Матбуғатыбыҙҙа был хаҡта әҙ яҙылыуы, һеҙҙең донъя чемпиондары булыуығыҙ тураһында бик әҙ кешенең хәбәрҙар булыуы насар, әлбиттә. Бындай донъя чемпионаты икенсе тапҡыр үткәрелә. Чемпиондар араһында беҙҙең ҡаланан да туғыҙ кешенең булыуы үтә ҡыуаныслы. Тағы ла бер тапҡыр был еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Төрлө тормош шарттарында ла спорт менән шөғөлләнергә мөмкин булыуын һәм кәрәклеген күрһәтеп, һәр кем өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Әлеге ваҡытта спортсылар, шул иҫәптән паралимпиясылар өсөн тейешле шарттар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. 2014 йылда Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөп бөтөү планлаштырыла. Ул яҡынса ике миллиард һум тора. Ресурстар табып, төҙөлөштө тамамларбыҙ, тип уйлайым, - тине Президент.
Вячеслав Шевнин спортсылар һәм тренерҙар исеменән Рөстәм Зәки улына чемпиондарҙы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостанда һаңғырауҙар спортының хәле тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, ул Дим районының һаңғырауҙар өсөн мәктәбендә заманса спорт учреждениеһы төҙөү мөмкинлеге булыуы хаҡында әйтте. Уның һүҙҙәренсә, учреждениела чемпиондар әҙерләргә булыр ине.
Команданың баш тренеры Андрей Василевский билдәләүенсә, буласаҡ Паралимпия үҙәгендә боҙ аренаһының булмауы хәл ителмәгән бер мәсьәлә булып ҡала. Шулай уҡ ул Башҡортостан Президентына Олимпия һәм Паралимпия призерҙары миҫалы буйынса ишетеү һәләте буйынса инвалид спортсылар өсөн стипендиялар билдәләүгә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Рөстәм Хәмитов был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе һәм Өфөлә ҡышҡы Сурдлимпия уйындарын үткәрергә тәҡдим итте. Бының өсөн Башҡортостандың ҙур ярыштар үткәреү буйынса тәжрибәһе лә, ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн ареналары ла бар.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: