Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Апрель 2013, 11:24

Өфө Халыҡ-ара балалар уйындары Комитетының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булды

Халыҡ-ара балалар уйындары Комитетының генераль секретары Ричард Смит Өфө ҡалаһы хакимиәте исеменә рәхмәт хаты ебәрҙе.
«Өфө үҙен бөтә донъя балаларына иң яҡшы яҡтан күрһәтте, Уйындарҙың ҡатнашыусыларҙың хәтерендә сағыу мәл булып иҫтә ҡаласағына ышанам», тиелә рәхмәт хатында. Шулай уҡ Ричард Смит Өфөнөң Халыҡ-ара балалар уйындары Комитеты ағзаһы булыуы хаҡында әйтте. Артабан Өфө барлыҡ Уйындарға саҡырыласаҡ.
Бынан тыш, баш ҡала тауыш биреү хоҡуғы менән Генераль Ассамблеяның даими ағзаһы булды. Хәҙер ул Халыҡ-ара балалар уйындары Комитетына үҙенең вәкилен тәҡдим итә ала. Өфө Халыҡ-ара балалар уйындары Комитеты Президенты Торстен Раштан Генераль Ассамблеяға саҡырыу алды ла инде. 2013 йылдың 15 авгусында Канаданың Виндзора ҡалаһында Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. Уның барышында ойоштороласаҡ сара сиктәрендә Халыҡ-ара балалар уйындары Комитетына һайлауҙар үтәсәк һәм Уйындарҙың етәкселек органдарында Башҡортостан баш ҡалаһының статусы билдәләнәсәк.
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итеүенсә, йыл һайын ҡала командаһы ҡышҡы һәм йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың 26 февраленән 2 мартына тиклем Өфөлә үткәрелгән Халыҡ-ара балалар уйындары был турнирҙың ҡышҡы тарихында иң күп кеше ҡатнашҡан сара булды. Башҡортостан баш ҡалаһына донъяның 21 иленән бер меңгә яҡын кеше килде. Халыҡ-ара балалар уйындары Комитеты Президенты Торстен Раш Өфөлә үткән ярыштарҙың тарихта иң яҡшы уйындарҙың береһе булыуын билдәләне.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: