17:40 (UTC+5), 19 Ноября 2026

Өфө студенттарына яһалма интеллект ярҙамында видео һәм музыка эшләү серҙәрен астылар

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы
Инсаф Хужабирганов

Өфөлә яһалма интеллект буйынса «Аҡыл» тип аталған бушлай лекциялар циклы ойошторолдо. Проект нейроселтәрҙәрҙең мөмкинлектәре һәм уларҙы башҡорт телен үҫтереүҙәге әһәмиәте хаҡында һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуя, тип хәбәр иттеләр Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан.

«Яһалма интеллект буйынса бушлай лекциялар үткәреү беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Бөгөн ул башҡорт телен үҫтереүҙең ысын ҡоралы булып тора. Беҙ нейроселтәрҙәрҙең туған телебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә ниндәй файҙа килтереүен күрһәтергә теләнек. Был — видеояҙмалар, анимациялар, текстар һәм музыка ижад итеү. Лекцияны залда ла, онлайн тәртиптә лә бик ҡыҙыҡһынып ҡабул ителәр. Был мәғариф проектының кәрәкле булыуын раҫлай», — тине ойошма етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Лекцияны Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары тыңланы. Өфө видеографы Батыр Ғәлимов нисек яһалма интеллекттың видео монтажлауҙы ябайлаштырыуын күрһәтте. Айгиз Аҫылбәков — нейроселтәрҙәр ярҙамында маркетинг өлкәһендә эшләү, Сергей Пихтовников — хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм реклама өлкәләрендә эшләү, Заһир Ишкинин — текстар, визуаль контент һәм музыка ижад итеү хаҡында һөйләне. Айгиз Ҡунафин яһалма интеллект агентын һәм ярҙамсыларын эшләп күрһәтте.

Лекцияларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың социаль селтәрҙәрҙәге майҙансыҡтарында ҡарарға мөмкин.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостанда беренселәрҙән булып яһалма интеллектҡа туған телде өйрәтеүҙәре хаҡында яҙғайны.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика