Эксклюзив
12:27 (UTC+5), 18 Ноября 2026

Яҡташтары Өфө мэрының Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләне

Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Инсаф Хужабиргәнов

БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Клара Теләүбаева Рөстәм Шәриповтың Бөрйән районы хакимиәтендә эшләгән йылдары хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Шәрипов шунда уҡ үҙен талапсан, белемле етәксе итеп күрһәткән.

«Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул рус һәм башҡорт телдәрендә яҡшы сығыш яһай ине. Уның етәкселеге йылдарында мин район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләнем. Беҙ 5 ауыл клубы төҙөнөк — районыбыҙ өсөн бик кәрәкле һәм ҙур объекттар. Ул йылдарҙа объекттар төҙөүгә финанслау аҙ ғына ине. Әммә уның ваҡытында ҡабул иткән ҡарарҙары, халыҡ һәм команда менән эшләй белеүе бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле тотонорға ярҙам итте. Бынан тыш, район мәҙәниәт һарайы, Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе реконструкцияланды. Мәҙәниәттән тыш, юл проблемаларына ла иғтибар бүлде, ауылдар яҡтыртылды, юлдарға асфальт түшәлде.
Рөстәм Динислам улы үҙенең изге күңелле булыуы, ябай халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәте һәм уйлап эш итә белеүе менән тиҙ арала ихтирам яуланы. Ул үҙен кәрәк саҡта ҡаты итеп әйтә алған лидер итеп күрһәтте», — тип һөйләне Клара Теләүбаева.
Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Иҫке Собханғол ауыл советының элекке башлығы Раян Шахниязов Шәриповты түҙемле һәм аңлаусан етәксе итеп хәтерләй.

«Ул бер башлаған эшен ярты юлда ташламай. Йәғни үҙенең ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә йөкләмәләр биреп, телефонда ултырманы, ә үҙе сығып, проблемаларҙы хәл итте. Әгәр ауыл халҡынан һорау килһә, беҙ уның килерен белә инек. Ул етәкселек иткән осорҙа район бөтә республика программаларында әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, «Башҡорт ихаталары»ның тәүге йылында Иҫке Собханғолда ике ихата тулыһынса яңыртылды, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса яңы йәмәғәт киңлектәре төҙөлдө. Юлдар һалыу, юғары тиҙлекле интернет үткәреү — бөтә йүнәлештәр буйынса ла әүҙем эш алып барылды», — тип һөйләне Раян Шахниязов.

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика