12:05 (UTC+5), 17 Ноября 2026

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙең олатаһы ҡапыл вафат булған

Бар ғүмерен республика тәбиғәтен һаҡлауға бағышлаған Ришат Шакир улы Кәримов 62 йәшендә арабыҙҙан китте. Ул БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу идаралығының Нефтекама хеҙмәтендә әйҙәүсе белгес-эксперт булып эшләне.

БР Экология министрлығы | Мах
Фото: БР Экология министрлығы | Мах
Ксения Калинина

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, Ришат Шакир улының туғандары һәм коллегалары ауыр юғалтыу кисерҙе. 

«Беҙ уны бик хөрмәт иттек, унан өйрәндек һәм уға тиңләшергә тырыштыҡ. Ул 30 йылдан ашыу ғүмерен тәбиғәтте һаҡлауға, шуның 18-ен министрлыҡта эшләүгә бағышланы. 2008 йылдан алып һуңғы көндәренә тиклем хайуандарҙы һаҡлау һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү эшенә тоғро ҡалды, эште аныҡ башҡарыу өсөн пландар төҙөй белде. Ҡағиҙә боҙоусыларға һәр ваҡыт ҡәтғи булды», — тип хәбәр итте министр.

Ришат Кәримов Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары өсөн яуаплы ине. Унда уны ауырлыҡтар алдында ҡурҡып тормаған кеше тип беләләр.

Уның хеҙмәте бик күп наградалар менән билдәләнгән: алты тапҡыр «Урман рыцары» исеме, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһы, Россельхознадзор һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы наградалары.

Асыҡланыуынса, Ришат Кәримов — хәбәрһеҙ юғалған 13 йәшлек малайҙың олатаһы. Яҡындары әйтеүенсә, олатаһы ейәненең яҙмышы өсөн бик ҡайғырған. Ошо хәлдән һуң оло йәштәге ирҙең һаулығын ҡаҡшағандыр, бәлки. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 ноябрҙә Мәсетле районының Айып ауылында ике үҫмер Әй йылғаһына балыҡ тоторға киткән. Малайҙарҙың береһе һыуға ҡолаған, икенсеһе уға ярға сығырға ярҙам иткән һәм ярҙам һорап ауыл яғына йүгергән. Өлкәндәр килгәндә, яр буйында бер кем дә булмаған.

Баланы эҙләүҙә полиция, урындағы муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, туғандары һәм яҡындары, ирекмәндәр ҡатнаша. Әлегә малай тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика