20:00 (UTC+5), 11 Ноября 2026

Радий Хәбиров ни өсөн БПЛА хәүефе янағанда мобиль интернетты һүндереүҙәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы бының мөһимлеген аңлатты һәм республика халҡынан тейешенсә ҡабул итеүҙәрен һораны.

Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ксения Калинина

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнеш барышында социаль селтәрҙән килгән «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ваҡытында мобиль интернетты һүндереүҙең сәбәптәре тураһында һорауға яуап бирҙе.

«Пилотһыҙ осоу аппараты хәүеф янағанда Оборона министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте идаралығы билдәләгән режимда ҡаралған бөтә кәрәкле саралар ҙа ҡабыҙыла. Һүндереү – ул тормошобоҙҙоң бер өлөшө, уны аңлап ҡабул итергә кәрәк», – тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров сикләүҙәрҙең төрлө типтағы дрондарға ҡаршы тороу кәрәклеге менән бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, улар араһында билдәле моделдәр ҙә, шулай уҡ яңы аппараттар ҙа осрай.

«Беҙ идара итеүҙең төрлө формаларын, һөжүм итеүҙең бөтөнләй икенсе тактикаһын күрәбеҙ. Улар беҙҙең вышкаларҙың ҡайҙа тороуын, зенит-ракета ҡоролмаларының позицияларын һәм башҡаларҙы бик яҡшы күрә. Быларҙың барыһы ла күренә», – тине ул.

Йәшәү өсөн мөһим йүнәлештәр буйынса бәйләнеште һаҡлау өсөн «аҡ исемлектәр» төҙөү буйынса эш алып барыла, әммә әлегә сикләүҙәрҙән тулыһынса ҡотолоу мөмкин түгел, тип билдәләне республика етәксеһе.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика