14:15 (UTC+5), 11 Ноября 2026

Айфондар өсөн башҡорт клавиатураһы булдырылды

Уны төҙөүселәрҙең береһе — Өфө программисы Айгиз Ҡунафин.

Айгиз Ҡунафин
Фото: Айгиз Ҡунафин
Инсаф Хужабирганов

Айфон платформаһы өсөн башҡорт клавиатураһы булдырылды. Уның менән телефондың операцион системаһын яңыртҡандан һуң ҡулланырға мөмкин.

Яңы клавиатураны әҙерләүҙә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән белгестәр менән бер рәттән Өфө программисы Айгиз Ҡунафин ҡатнашҡан. Программаның үҙен Тува республикаһынан айтишник Али Ҡужугетов эшләгән.

«Әлегә беҙ рус клавиатураһына башҡорт хәрефтәрен өҫтәнек. Төймәгә оҙаҡ итеп баҫҡандан һуң беҙҙең телдәге хәрефтәр яҙыла. Киләсәктә айырым башҡортса клавиатура булдырылыр тип көтәбеҙ», — тип аңлатты программист.

Бынан алда «Финист» һәм «Ҡарлуғас» Өфө яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ, тип яҙғайны Башинформ.

Видео: Айгиз Ҡунафин
Другие видео
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика