
Өфөлә журналистар — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаттарын бүләкләнеләр. Тантаналы сара Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үтте. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев тәбрикләне.
Искәндәр Әхмәтвәлиев үҙенең сығышында награданың мәртәбәһе хаҡында һөйләне. БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы — Тамара Шәһит ҡыҙының уҡыусыһы булыуы тураһында белдерҙе.
«Журналистика өлкәһендәге премия асылда һеҙҙең һөнәрегеҙҙең һәм өлгәшкән уңыштарығыҙҙың әһәмиәтен билдәләргә тейеш. Ул беҙҙең журналистар араһында ғына түгел - бөтә республика өсөн награда», — тип белдерҙе Искәндәр Әхмәтвәлиев.
Быйыл премия лауреаттары тип «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Гүзәлиә Балтабаева, «Ҡыҙыл таң» гәзите баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов лайыҡ булды.
Руслан Шәрәфетдинов премияға БСТ телеканалындағы «Беҙҙең арала» («Между нами») тапшырыуҙары шәлкеме өсөн лайыҡ булды. Ул яуап итеп тапшырыу форматында сығыш яһаны.
«Һәр аҙна һайын «Беҙҙең арала» тапшырыуы иң мөһим темаларҙы тикшерә, үткән аҙналағы ижтимағи-сәйәси хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә йомғаҡ яһай. Мин беҙҙе уратҡан ваҡиғаларҙы үҙ фекеремдән сығып еткерергә тырышам. Тапшырыуҙа ҡәтғи һорауҙар ҡарала, әммә был иң һуңғы инстанциялағы хәҡиҡәт түгел. Ваҡиғаларҙы нисек бар, шулай асыҡлайым. Баһаны тамашасы бирә. Был беҙҙең эштә иң мөһиме», — тине Руслан Шәрәфетдинов.
«Бөгөн минең хеҙмәттәштәрем мәғлүмәт фронтының алғы һыҙығында тора. Мәғлүмәт һуғышы бара — дошман аяуһыҙ һәм яуыз, ә һуғышта һәр әйтелгән һүҙ атылған пуляға тиң. Был идеялар һәм интерпретациялар һуғышы, улар барыһы ла беҙгә, беҙҙең фекеребеҙгә бәйле. Беҙҙең дәүерҙә көс түгел, ә хәҡиҡәт кемдең яғында булыуы мөһим. Ә хәҡиҡәт беҙҙең яҡта.
Ошондай мәлдәрҙә күптәргә рәхмәт әйткем килә. Теләһә ҡайһы проекттың, бигерәк тә телевизион проекттың уңышы күп кешеләрҙең хеҙмәтенә бәйле. Мөһим ижади проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән БСТ каналының командаһына рәхмәт», — тип телеканалдың ижади төркөмөнә рәхмәт белдерҙе ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ»дан Алик Шакиров, Азат Ғиззәтуллин, Ләйлә Аралбаева, Роман Якимчук Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты булғайны. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы ҡарары менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия 100 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.