13:41 (UTC+5), 06 Ноября 2026

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза скульптураһын ҡойоу башлана.

макет | БР Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: макет | БР Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

«Барыбыҙ ҙа көтөп алған тарихи мәл был, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында. — Шул уҡ ваҡытта һәйкәл тирәһендәге территорияның нисек буласағы тураһында уйлайбыҙ – ул да күптән яңыртыуға мохтаж».

Радий Хәбиров төҙөкләндереү варианттарының береһен күрһәтте. Был концепцияны әҙерләгәндә Башҡортостандың ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты ҡатмарлы рельеф шарттарында төҙөлгән парктарҙың донъялағы иң яҡшы өлгөләренә таянған. Барлыҡ элементтарҙы ла ябай булмаған, әммә бик ҡыҙыҡлы ландшафтҡа  индереү мөһим.

«Деталдәрен тағы асыҡлайбыҙ әле, әммә хәҙер үк иң мөһимен әйтергә мөмкин. Беҙ кешеләр өсөн фонтандар, ял итеү зоналары, панорама күренештәре менән күҙәтеү майҙансыҡтары, йөрөргә һәм ваҡытты яҡшы үткәрергә мөмкин булған башҡа биләмәләр менән яңы киңлек булдырырға планлаштырабыҙ. Беҙҙә бындай эш тәжрибәһе бар — күптән түгел асылған Ленин исемендәге парк. Шуға күрә беҙ ҡайһы йүнәлештә барырға кәрәклеген беләбеҙ, — тип билдәләне республика етәксеһе. – Салауат Юлаев һәйкәле – Башҡортостан символы. Ул һәр ваҡыт Өфөнөң иң танылған иҫтәлекле урыны булды һәм булып ҡала, унда республикабыҙҙың бөтә ҡунаҡтары килә. Һәйкәл тирәһендәге майҙан уға тура килергә – матур, уңайлы, заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш».

макет | БР Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: макет | БР Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика