
3 ноябрҙә Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Дәүләттең көсө – халыҡтарҙың берҙәмлегендә һәм тарихҡа һаҡсыл ҡарашта, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Бөгөн беҙҙең изге бурысыбыҙ – Ватан суверенитетын яҡлау. Еңеү, махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү өсөн барыһын да эшләү. Ошо көндәрҙә 190-сы гуманитар ылауҙы илттек. Беҙ һәр ваҡыт МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ышаныслы терәк булырбыҙ. Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары һөнәри оҫталығығыҙ, хөрмәтле дуҫтар, илде һәм республиканы нығытыуға хеҙмәт итә», – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы ҡайһы бер бүләкләнеүселәр хаҡында ла әйтеп үтте.
«Республиканың дәүләт ветеринария хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар табибы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул сирек быуатҡа яҡын ғүмерен ветеринария тармағына бағышлаған һәм бөгөн уның үҫешенә ҙур өлөш индерә. Раян Баймөхәмәт улы, һеҙгә мөһим яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Сергей Петриков 20 йылдан ашыу «Буринтех» ғилми-производство предприятиеһында эшләй. Ошо ваҡыт эсендә фрезеровщиктан программалы станоктарҙы көйләүсегә тиклем юл үткән. Бөгөн ул йәштәрҙең алыштырғыһыҙ остазы. Сергей Анатольевич Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ысын күңелдән ҡотлайым!
Ошо залда Башҡорт дәүләт филармонияһының балетмейстеры Рәмизә Санир ҡыҙы Мөхәмәтшинаны ла сәләмләйем. Үҙ сәхнәһендә ул беҙҙең филармонияның балет артистары репертуарының нигеҙен тәшкил иткән тиҫтәләгән бейеүҙәр һәм спектаклдәр ҡуйҙы.
Рәмизә Санир ҡыҙы «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ булды», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы бүләкләнеүселәрҙең барыһына ла республика үҫешенә лайыҡлы өлөш индергәне, юғары һөнәри оҫталығы, яуаплылығы өсөн рәхмәт әйтте һәм һаулыҡ, именлек, оптимизм теләне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.