
2027 йылда март, апрель, июль, август, сентябрь һәм декабрь айҙарында отпуск алыу отошлораҡ. Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетында белдерҙеләр.
«Байрам көндәре аҙыраҡ, ә эш көндәре күберәк булған айҙарҙа отпуск алыу яҡшыраҡ. Белеүебеҙсә, ғинуарҙа һәм майҙа байрам көндәре күп, был бик һәйбәт. Ә бына, мәҫәлән, 2027 йылдың март, апрель, июль, август, сентябрь йәки декабрь айҙарында отпуск алыу отошлораҡ», — тине депутат Элеонора Кавшар.
Уның һүҙҙәренсә, мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы булыуға ҡарамаҫтан, был айҙа эш көндәре, мәҫәлән, ғинуарға йәки майға ҡарағанда барыбер күберәк.
ТАСС яҙыуынса, һүҙ аныҡ билдәләнгән эш хаҡы алған хеҙмәткәрҙәр хаҡында бара. Эш отпуск аҡсаһы күләмендә түгел, ә айҙың отпусктан ҡалған өлөшө өсөн эш хаҡында: айҙа эш көндәре аҙыраҡ булған һайын, уларҙың һәр береһен төшөрөп ҡалдырыу «ҡиммәтерәк».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.