
Быйыл «Атайсал» проекты үҙенең биш йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был проектты Башҡортостан Башлығы үҙе тыуып үҫкән Ишембай районының Һайран ауылына ҡайтҡан ваҡытта башлап ебәрҙе. Башланғыс шунан ғибәрәт: һәр кем хәленән килгәнсә тыуған төйәгенә ярҙам итә һәм төпкөл ауылдарҙы йәнләндереүгә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөнгә проектта һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан һәм кесе Ватанына 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.
Был башланғыс шулай киң ҡолас йәйер, тип уйлап та бирмәнем, тип белдерҙе Радий Хәбиров һуңыраҡ.
«Был проектты башлағанда, уның уңышлы булырмы-юҡмы икәнен белмәнек. Әммә беҙ шуны белә инек: илебеҙҙә, республикабыҙҙа оло йөрәкле һәм изге күңелле кешеләр йәшәй, улар тормоштоң асылын, мәғәнәһен башҡаларға, мохтаждарға ярҙам итеүҙә күрә. Шуға күрә ошондай кешеләргә хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеү өсөн мөмкинлек булдырыу кәрәк ине. Был бик яҡты проект. Һүҙ халыҡҡа ысынлап та файҙалы булған реаль эштәр тураһында бара. Шул уҡ ваҡытта бында ҡатнашыусылар күпме һәм ниндәй ярҙам күрһәтеүенә ҡарап баһаланмай. Ауылдарында мәктәптәр, балалар баҡсалары, сиркәүҙәр, мәсеттәр төҙөткән яҡташтарабыҙ бар. Уларға рәхмәтлебеҙ. Дөйөм эшкә аҙ булһа ла өлөш индереүселәргә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Мәҫәлән, 30 пар ойоҡбаш бәйләп, беҙҙең яугирҙарға гуманитар ярҙам ебәргән өләсәйгә рәхмәтлемен».
Тыуған ергә ҡарата һөйөү булдырған проект өсөн меценаттар республика Башлығына рәхмәтен белдерә.
«Башҡортостанда үҙенсәлекле „Атайсал“ проекты башлап ебәреүҙәре һәм кесе Ватаны хаҡында хәстәрлек күргән эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙәре бик ҡыуандыра», — тине проекттың әүҙем ҡатнашыусыһы Камил Хәйруллин.
«Беҙ шишмәләрҙе тергеҙәбеҙ, ярҙам мохтаж һәр кемгә ярҙам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Бынан бер нисә йыл элек Радий Фәрит улы „Атайсал“ проектын башлап ебәрҙе, уның маҡсаты — изге эштәр аша республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһын да берләштереү. Был ысын мәғәнәһендә халыҡсан һәм бик кәрәкле проект», — тине Асҡын районы Барахаевка ауылынан тимерсе, меценат Эдуард Тимерғәлин.
«Башҡорт ихаталары» — Радий Хәбировтың да, халыҡтың да яратҡан программаларының береһе. Республикабыҙ илебеҙҙә беренсе булып йорт яны биләмәләрен төҙөлгәндереү өсөн проект булдырҙы. 2019 йылдан уның ярҙамында 1500-гә яҡын ихата яңыртылды.
«Башҡорт ихаталары» программаһының төп үҙенсәлеге шунда: бында барыһы ла урындағы халыҡтан тора. Улар ремонт кәрәкме-юҡмы, үҙ өлөшөн индереүгә әҙерме-юҡмы икәнлеген хәл итә (дөйөм хаҡтың 1 проценты), шулай уҡ үҙҙәренең ихатаһында нимәне яңыртырға кәрәклеген билдәләй.
«Беҙ ихаталарҙы халыҡтың теләге буйынса яңыртылыуын теләнек һәм ошо программаны уйлап сығарҙыҡ. Улар аҡсалата өлөш индерә, нимәне яңыртырға кәрәклеген билдәләй. Был дөрөҫ — ихатаның ниндәй булырға тейешлеген урындағы халыҡ яҡшыраҡ белә», — тине төбәк етәксеһе.
Хәҙер ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла ихаталарҙы танырлыҡ та түгел: таҙа, матур, заманса.
«Беҙҙең ихатала юлды киңәйттеләр, туҡталҡаны яңырттылар, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн туҡталҡа урындары булдырылды. Хәҙер матур газон, тротуар һалынды, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйылды, уйын майҙансыҡтары ҡорамалдары һәм тренажерҙар бар. Ихатабыҙҙың өр-яңы булыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ», — тине «Башинформ» агентлығына Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Римма Шакирова.
«Ауылдарҙы төҙөкләндереүҙе онотмауҙары яҡшы. Был программа бик файҙалы һәм кәрәкле, республикаға рәхмәт», — тип рәхмәтен белдерҙе Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Роза Хузиәхмәтова.
Радий Хәбиров республика Башлығы вазифаһына тәғәйенләнгәндән алып айыҡ сәйәсәт алып бара. Атап әйткәндә, республикала һабантуй, Һуңғы ҡыңғырау, сығарылыш тантаналары, шулай уҡ Йәштәр көндәрендә алкоголь һатыу тыйылды. Бынан тыш, Яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыу сәғәттәре сикләнде. Ялған һәм суррогат алкоголгә ҡаршы күләмле акция ебәрелде.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсын тергеҙеүгә туҡталып үткем килә. Бөгөн приз фонды — 48,4 миллион һум. Еңеүселәргә 1,5 миллион һумдан 6 миллион һумға тиклем, ә финалистарға — 200-әр мең һум бирелә. Еңеүселәр был аҡсаны үҙ теләге буйынса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә һәм үҫтереүгә тотона ала. Тимәк, был ауыл ерендә тормошто яҡшыртыу өсөн тағы бер һөҙөмтәле алым.
Әммә республикала йәшәүселәр был конкурста тәү сиратта аҡса өсөн генә ҡатнашмай. «Айыҡ ауыл» ярҙамында халыҡ берҙәм көскә туплана, берәгәйле донъя көтә.
Ауылдарҙа яңы ял урындары барлыҡҡа килә, онотолған йолалар тергеҙелә, алкоголизм тырнағына эләгеүселәргә ярҙам күрһәтелә, улар был ғәҙәтенән арына, ауылдар айыҡ байрамдар үткәрә. Һөҙөмтә булараҡ, эскелек арҡаһында ағыуланыу, үлем осраҡтары әҙәйә, һау-сәләмәт, татыу ғаиләләр һаны арта.
«Конкурс халыҡты берләштерә һәм бер көскә туплай. Мин йәшермәйем: алкоголь проблемаһы ауыл ерендә һәр саҡ булды һәм әле лә ҡала килә. Бының менән көрәшергә, аңлатыу эштәре алып барырға һәм насар ғәҙәттәрҙе ташларға кәрәк. Хәйер, хәҙер ауылдарҙа шөғөлләнер эш күп, тормош яҡшыра», — тип билдәләне Әбйәлил районының Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Вадим Абдуллин.
«Күптәр был конкурсты тик кешеләрҙе эскелектән арындырыуға йүнәлтелгән тип уйлай. Әммә беҙҙең өсөн уның тәрәнерәк мәғәнәһе бар. Ярыштың тәүге көндәренән ауылыбыҙ яңы һулыш алғандай булды. Көндәлек репетициялар, саралар, өмәләр артта ҡалды, әммә улар дауам итергә тейеш. Был беҙҙең ауылдың ысын тормошо», — ти Ейәнсура районының Өмбәт ауылы аҡһаҡалы Альфред Рәхмәтуллин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.