
«Беҙ үҙебеҙҙең династия менән ғорурланабыҙ. Балаларыбыҙ беҙҙең юлдан бара. Беҙҙең династия 643 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған», – тип һөйләй XX быуат башында Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән Хәҙисә һәм Абдулла Әҙеһәмовтарҙың вариҫтары.
Педагогтар династияһына Майшөкөр Әҙеһәмова нигеҙ һала. Ул биш йыл ҡатын-ҡыҙҙар класында уҡыу һәм яҙыу дәрестәре алып бара (1931-1937 йылдар.) Һуңынан уның ҡыҙы Рәйсә Саммат ҡыҙы Әҙеһәмова эшкә төшә, ул 46 йыл ғүмерен педагогикаға арнай. Темәс педагогия училищеһын тамамлай, унан һуң Ғафури районының Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, Ишбирҙе мәктәбендә һәм Бүребай ҡасабаһының белем биреү учреждениеһында уҡытыусы булып эшләй.
«Беҙҙең нәҫелдең тарихына күҙ һалһаҡ, бик күп ата-бабалар педагог, уҡытыусы, остаз тигән ғорур исемде йөрөткән. Был тарих 20 быуат башында башлана, ул саҡта барыһына ла белем алыу мөмкинлеге булмай. Тәүгеләрен Хәҙисә һәм Абдулла Әҙеһәмовтар үҙ ғаиләһендә тәрбиәләй. Улар Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән олоҫо Юлыҡ ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы) йәшәй. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Майшөкөр, Маһинур, Мәзүнә һәм Ғөбәйҙулла. Ғөбәйҙулланан башҡалары ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай», – тип һөйләй Йыһангировтар ғаиләһе.

Бөгөн династияла фән кандидаттары Юнир Самат улы Әҙеһәмов һәм Юлиә Данияр ҡыҙы Мәмбәтова; Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Әҙеһәмов Юнир Самат улы һәм Мәзүнә Самат ҡыҙы; Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличниктары Юнир Самат улы һәм Гүзәл Рәүеф ҡыҙы Хәйруллиндар; почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре Гөлнара Марат ҡыҙы Йыһангирова; Башҡортостандың мәғариф отличниктары Гөлнара Йыһангирова һәм Динара Йәнтүрина; Рәсәйҙең мәғариф өлкәһендәге почетлы хеҙмәткәре Динара Йәнтүрина; Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлнәзирә Радмир ҡыҙы Ишьярова һәм йәш педагогтар өсөн Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған Дилә Данияр ҡыҙы Мәғәфүрова бар.

«Ирем бер ваҡыт балаларға: «Уҡытыусынан башҡа теләһә ниндәй һөнәрҙе һайлағыҙ!» — тигәйне. Ә мин бер ҡасан да балаларға күрһәтмәнем. Ләкин беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ – 13 һәм 11 йыл эш стажы булған педагогтар. Улыбыҙ юғары белем ала. Шулай уҡ ике ейәнсәрем бар, улар әле үк уҡытыусылыҡ эше яғына ҡарай», — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Гөлнара Йыһангирова, ул 37 йыл ғүмерен Сибайҙың балалар баҡсаларында балалар тәрбиәләүгә бағышлаған.
Әҙеһәмовтар династияһының төп ҡағиҙәһе — балаларҙы яратыу һәм белемгә ынтылыу.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.