
Башҡортостандың халыҡ артисы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов «Буран инәйҙәре» төркөмө менән берлектә яңы йыр яҙҙырған. Традицион музыка ҡоралдары һәм заманса электрон биттар оҙатыуында ижад ителгән композиция «Йоманан һуң шәмбе» тип атала.
Зәйнетдин «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, композицияның төп маҡсаты — Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен пропагандалау.
«Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте — көс, матурлыҡ, илһам биреүсе тере сығанаҡ. Уның урыны үткәндәрҙә түгел, хәҙерге заманса музыкала, мәҙәниәттә, илдең киләсәгендә», — тип уртаҡлашты халыҡ артисы.
Музыканттың фекеренсә, илебеҙ халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереүҙең бер ысулы — быуындар араһындағы диалог.
«Традицион мәҙәниәт быуаттар буйы быуындан быуынға тапшырылып килә. Бөгөн был процесс заманса формала дауам итә. Беҙ, заманса электрон йүнәлеш вәкилдәре, традицион музыка мәҙәниәте артистары менән бергә ижад итеүгә тотондоҡ. Был ижад емештәре тыңлаусыға боронғо мәҙәни мираҫ менән дәреслек йә музей аша түгел, ә заманса музыка ярҙамында танышырға мөмкинлек бирә», — тине Заһир Зәйнетдинов.
Бынан алда Башинформ алып барыусы Дмитрий Дибровтың башҡорт артисы Зәйнетдиндең ижадына баһа биреүе хаҡында яҙғайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.