
2027 йылдың 1 ғинуарынан «Герой әсә» исеменә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар проактив режимда 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала башлай. Түләү Социаль фонд аша бирелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Шул ваҡыттан алып герой әсәләргә документтар йыйырға, орден өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу өсөн ғариза бирергә кәрәкмәй.
«Герой әсә» исеме социаль яуаплы ғаилә шарттарында ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. Герой әсәләргә бер тапҡыр 1 миллион һум түләнә.
«Герой әсә» исеме – ата-әсә хеҙмәте өсөн иң юғары награда. Башҡортостанда Рәсәй президенты указы менән «Герой әсә» тигән мәртәбәле исем алған 12 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 2022 йылда илдә ошо награда тергеҙелгәндән һуң республикабыҙҙа уға беренселәрҙән булып Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан 13 балаға ғүмер бүләк иткән Альбина Риф ҡыҙы Хәйҙәршина лайыҡ булды», — тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Ошондай исемгә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар сираттан тыш бушлай медицина ярҙамынан, йылына бер тапҡыр бушлай шифаханаға юлламалар алыу хоҡуғынан файҙалана ала.
Ата-әсәләрҙең ниндәй дәүләт һәм йәмәғәт наградаларына дәғүә итә алыуы хаҡында Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында белергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.