08:56 (UTC+5), 17 Сентября 2026

Күмертауҙан Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

16 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертауҙан Әнүәр Вәхитов менән осрашты. Үҫмер М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Төбәк етәксеһе уны 2026 йылдың июнендә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында ҡатнашыусылар менән аралашыу барышында эш урынына ҡунаҡҡа саҡырғайны.

Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән 12 йәшлек Әнүәр Вәхитов осрашыуға Күмертауҙа М. Исҡужин исемендәге прогимназияның тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән әсәһе Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы менән килде. Ул улының музыкаль һәләттәренең биш йәшендә асыла башлауы хаҡында һөйләне. Артабан халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләүҙә педагог, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмилә Рамаҙанова ярҙам иткән.

Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Үҫмерҙең уңыштары иҫәбендә – төрлө кимәлдәге сараларҙа, шул иҫәптән «Сулпылар – 2022» республика телевизион конкурсында, «Алтын сапсан» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалендә ҡатнашыу һәм күп һанлы еңеүҙәр. Ә 2026 йылдың сентябрендә Әнүәр урындағы балалар музыка мәктәбенең ҡурай класына уҡырға ингән. Шулай уҡ ғәрәп телен өйрәнә, футбол менән мауыға.

Башҡортостан Башлығы Әнүәр Вәхитовҡа үҙенең эш урыны буйлап экскурсия үткәрҙе – эш кабинеты, осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр залдары менән таныштырҙы. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров һәләтле үҫмергә уҡыуҙа уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр теләне.

– Талантлы малай миңә бик оҡшаны. Ул Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаны, – тине төбәк етәксеһе осрашыуҙан һуң. – Ошондай балаларҙың бында килеүен теләйем, уларға экскурсиялар үткәрергә һәм үҙемдең эшем тураһында һөйләргә әҙермен. Сөнки һәр ҡылығыбыҙ ниндәйҙер файҙа килтерергә тейеш. Ҡайтҡас ул шулай уҡ артабан үҫешергә һәм уңыштар яуларға теләүе хаҡында белдерәсәк. Беҙ бында уларҙы тик яҡшы уйҙарға этәрәбеҙ.
Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика