14:43 (UTC+5), 11 Сентябрь 2026

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте | МАХ
Гөлфиә Акулова

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» проекты, «Һылыуҡай» модель агентлығы һәм урындағы дизайнерҙар ярҙамында «Атайсал. Тыуған яҡ мотивтары» тигән исем аҫтында этностилдәге кейем коллекциялары күрһәтелде.

Сара бөгөн республикала билдәләнгән Милли кейем көнөнә арналды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙыуынса, бөгөн милли кейем заманса мода һәм бизнестың бер өлөшө булып тора.

Элек дәреслектәрҙә, музейҙарҙа ғына күрергә мөмкин булған орнаменттар һәм биҙәктәр бөгөн эшлекле костюм һәм көндәлек кейем элементтарына әүерелде.

«Был матур, үҙенсәлекле, ә хәҙер — модала», — тип билдәләне республика Башлығы.

Этностилдең популярлашыуы еңел сәнәғәт һәм креатив индустриялар үҫешенә көтөлмәгән этәргес бирҙе. Милли мотивлы аксессуарҙар, кейем-һалым халыҡ һәм туристар араһында хуплау тапты, был иһә бәләкәй һәм урта бизнестың иғтибарын йәлеп итте.

«Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең төп маҡсатыбыҙ был түгел ине, әммә беҙ бындай яҡшы «бонус»ҡа шатбыҙ», — тине республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика