14:10 (UTC+5), 11 Сентября 2026

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте | сайт
Гөлфиә Акулова

Республика балалар клиник дауаханаһы, Өфөнөң 17-се дауаханаһы, 5-се балалар поликлиникаһы һәм Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһы «Газель» автомобилдәре базаһындағы яңы күсмә медицина комплекстарына эйә булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн медицина учреждениеларына «тәгәрмәсле мини-поликлиника» асҡыстарын тапшырҙы. Автомобилдәр «Ғаилә» милли проектына ингән «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә һатып алынған.

Комплекстар балаларҙы тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа ашығыс, беренсел, махсуслаштырылған һәм паллиатив медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә нәмә бар (ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппарат, стетофонендоскоп, портатив электрокардиограф, пульсоксиметр, офтальмоскоп һәм күреү һәләтен тикшереү өсөн проектор, отоскоп, УЗИ өсөн портатив аппарат, автоматик дефибриллятор һәм башҡалар).

Улар ярҙамында табиптар республиканың алыҫ һәм барып етеүе ауыр булған райондарында балаларға профилактик тикшереүҙәр үткәрә аласаҡ. Башҡортостан етәксеһе ҡушыуы буйынса машиналарҙың береһе Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында эшләйәсәк.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 2030 йылға тиклем республика тағы ла ошондай 18 комплекс һатып алырға ниәтләй.

БР Башлығының матбуғат хеҙмәте | сайт
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте | сайт
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика