
Радий Хәбировтың яҡташ меценаттарҙы кесе Ватанына ярҙам итеү өсөн берләштереү идеяһы 2021 йылда тыуған ауылына ҡайтҡан ваҡытында тыуа. Бөгөн бишенсе тапҡыр «Ватан көсө» форумы үткәрелә. «Башинформ» проекттың нисек башланғанын һәм уның әһәмиәтен иҫенә төшөрҙө.
Кескәй генә «инештән»
Башҡортостан Башлығы проекттың башланыуын иғлан иткән саҡта уҡ былай тигәйне: «Атайсал» – дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Ә тыуған ҡалаһына йәки ауылына ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылыусыларҙың көсөн берләштереү ул.
«Дәүләт хеҙмәтендә йәки эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән һәр беребеҙ тыуған төйәгенә ярҙам күрһәтергә тейеш. Был «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән тезисты бойомға ашырыу ҙа. Республикабыҙҙа ошондай үҙ-ара ярҙам принцибы башҡа төбәктәрҙәгенән айырыла. Был, асылда, шул уҡ өмә, әммә файҙалыраҡ», – тине Радий Хәбиров.
Идея ябай: республикала һәм унан ситтә йәшәгән һәр кем тыуған төйәгенә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, шишмәне, паркты төҙөкләндереү, обелиск ҡуйыу, сиркәү йәки мәсет төҙөү, һәләтле уҡыусылар өсөн премия булдырыу. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостандың һәр мөйөшөндә «бәләкәй генә изге эштәр шишмәләре» ағып сығырға тейеш ине. Әммә ағымдар шул тиклем көслө булып сыҡты, улар ҙур океанға әүерелде. «Атайсал» беҙҙең уртаҡ берҙәмлектең сағылышына әйләнде.
Проектты башлап ебәргәндән алып ҡатнашыусылар дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 40 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырған. Әле проектта ҡатнашыусылар 8 меңдән ашыу. МХО яугирҙәренә ярҙам буйынса 6 меңгә яҡын проект; социаль объекттарға ярҙам күрһәтеү буйынса 5 меңдән ашыу проект ғәмәлгә ашырылған; 1,3 меңдән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған; 500-ҙән ашыу мәсет һәм сиркәү төҙөлгән һәм ремонтланған; меңгә яҡын зыярат, 2 меңдән күберәк һәйкәл һәм обелиск тәртипкә килтерелгән; 1 меңдән ашыу шишмә төҙөкләндерелгән; 16 меңдән күберәк мөһим саралар үткәрелгән.
«Газпром Добыча Оренбург» компанияһының генераль директоры Сергей Иванов Мәләүез районының Столяровка ауылына ярҙам итеп кенә ҡалмаған, ә уны ҡотҡарған тиһәң дә була. 2008 йылға ауылда биш йортта ғына кеше йәшәгән булған. Меценат юлдарға асфальт һалған, балалар майҙансығы һәм Картуфҡа һәйкәле ҡуйған, Мария шишмәһен һәм зыяратта часовняны тергеҙгән, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәргә сиркәү һәм мемориал төҙөгән. Үҫешкән инфраструктура йәнә халыҡты йәлеп иткән хәҙер Столяровкала 50 йорт иҫәпләнә.
Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәте директорының элекке урынбаҫары, полиция генерал-полковнигы Михаил Кийко тамырҙары менән Стәрлетамаҡ районынан. Меценат ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына мемориал төҙөлгән, Советтар Союзы Геройы Яков Ткаченкоға бюст ҡуйылған, Золотоношка ауылында хәрби хәрәкәттәр ветерандары хөрмәтенә ҡорам һәм часовня ҡалҡып сыҡҡан.
«Олатайым Стәрлетамаҡ районында тыуып үҫкән, ул Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән, шунан һуң тыуған яғына ҡайтҡан. Стәрлетамаҡта йәшәгәндә ул йыш ҡына тыуған ауылынан яҡташтарына килеп ярҙам иткән, – тип һөйләне Михаил Кийко. – Уның өлгөһө мине республика тормошонда ҡатнашырға мәжбүр итә. Был Башҡортостанға рәхмәт тойғоһо, ул минең ғаиләм өсөн артабанғы үҫештең нигеҙе булды».

Яҡут йылға портының беренсе стивидор компанияһының генераль директоры, меценат Михаил Малюшин Ҡырмыҫҡалы районының Подлуб ауылында тыуған. Ул тыуған мәктәбенә спорт кәрәк-ярағы һатып алырға, балалар баҡсаһын, мәҙәниәт йортон ремонтларға, шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәргә Подлуб ауылы тарихы тураһында, яҡташтарының исемдәрен мәңгеләштереү буйынса китаптар сығарыуҙа ярҙам күрһәткән.
Мәләүез районының Богородский ауылында йәнә ҡыңғырауҙар яңғырай. Яңы ғибәҙәтхананы яҡташтарына урындағы фермер Юрий Ермаков бүләк иткән.
Ҡырмыҫҡалы районының Варшавка ауылында яңы мәсет асылған. Уны ошо ауылда тыуып үҫкән меценат һәм эшҡыуар Нил Хәмитов хәләл ефете Миңлеғол Йәүит ҡыҙына бағышлап төҙөгән.
Яҡташтарыбыҙ бындай ҙур проекттарға аҡса һалырға тейешме? Юҡ, әлбиттә. Ситтә ҡала алырҙар инеме? Юҡ. Сөнки «Атайсал» донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән яҡташтарҙы берләштергән милли идеяға әйләнде.
Проектта ҡатнашыу өсөн юғары статусҡа һәм ҙур финанс мөмкинлектәренә эйә булыу мотлаҡ түгел. Һәр кем көсөнән килгәнсә ярҙам итергә мөмкин. Туғандарҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә, ауылда ата-әсә йортон төҙөкләндерергә, республиканың теләһә ҡайһы мөйөшөндә өмә ойошторорға – был эш һәр беребеҙҙең ҡулынан килә.
Үҙебеҙҙекеләр үҙебеҙҙекеләр өсөн
Махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙәргә ярҙам «Атайсал»дың төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Меценаттар һәм ирекмәндәр был йүнәлештә 5,5 меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырған. Туҡмас ҡырҡыу, тушенка әҙерләү һәм ойоҡбаштар бәйләүҙән алып гуманитар конвойҙар ойоштороуға тиклем.
Мәҫәлән, Илеш районында тыуып үҫкәндәрҙең «Илеш халҡы – Ватандың лайыҡлы улдары!» исемле хәйриә концерты үткән. Билет һатыуҙан килгән аҡса хәрбиҙәргә ярҙамға йүнәлтелгән.
Асҡын районынан тимерсе, «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыусы Эдуард Тимерғәлин даими рәүештә МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар йөк әҙерләй. Ауылдаштар алғы һыҙыҡҡа «Нива», иретеп йәбештереү кәрәк-яраҡтары, газ баллондары һәм плиткалар, госпиталь өсөн әйберҙәр һәм дарыуҙар ебәргән.
Күмертауҙан «Аҡ йылға» ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Марина Сафонова үҙенең командаһын йыйып, 15 мең метр маскировка селтәрҙәре үргән, 12 мең окоп шәмдәре эшләгән, 32 гуманитар конвой оҙатҡан.
Баймаҡ эшҡыуары Руслан Сәғәҙиев алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә гуманитар йөктәр ебәреүҙә ҡатнашыу өсөн Урал аръяғы эшҡыуарҙарын берләштергән. Ярҙам шулай уҡ Луганскиҙың социаль учреждениеларына, шул иҫәптән Красный Луч ҡалаһының «Барвинок» балалар баҡсаһына һәм Петровский мәктәп-интернатына йүнәлтелә. Былтыр Руслан иптәше менән тыуған ҡалаһының беренсе мәктәбендә «Башҡортостан геройҙары. Донбасс шаңдауы» музейын асҡан. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған экспозиция – республикала трофейҙар һаны буйынса иң ҙурҙарының береһе.
Республикала бындай миҫалдар бихисап. «Атайсал»да ҡатнашыусылар Радий Хәбировтың «Барыһы ла Еңеү өсөн» тигән саҡырыуын ишетте һәм яугирҙәребеҙ өсөн ышаныслы тыл булыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев әйтеүенсә, проект стереотиптарҙы емерә һәм кешеләрҙе берләштерә:
«Атайсал» проекты стереотиптарҙы емерә һәм тәрән хис-тойғоларға: мөхәббәткә һәм илһөйәрлеккә ҡоролған. Ул шуның менән үҙенсәлекле. Республикабыҙҙың бик аҡыллы һәм алдынғы ҡарашлы етәксеһе был проектты тейешле ваҡытта иғлан итте, сөнки махсус хәрби операция башланғанда беҙҙә мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөүгә, шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән чаттар бар ине. Был чаттар тиҙ арала үҙгәртелеп, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итә башланы. Беҙ барыбыҙ ҙа Ватаныбыҙ һағында торабыҙ...»

Изге эштәрҙе көҙ һанайҙар
Көҙ көнө, проекттың әүҙем фазаһы тамамланғас, бөтә активистарҙы ҙур форумға йыялар. Изге эштәре өсөн рәхмәт белдереү һәм республикала тормошто тағы ла яҡшыраҡ итеү юлдарын бергәләп уйлау өсөн.
Бөгөн конгресс-холда бишенсе юбилей форумы 1000-дән ашыу яҡташыбыҙҙы: меценаттарҙы, ирекмәндәрҙе, махсус хәрби операция геройҙарын, әүҙем йәштәрҙе һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы берләштерә.
Быйыл форумда ҡатнашыусыларҙы бай программа: пленар дискуссиялар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, милли кейем көнө уңайынан этномода күрһәтеү, асыҡ лекциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр көтә.
Форумдың эше һигеҙ тематик майҙансыҡта ойошторола, улар яҡташлыҡты нығытыуға, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә, мәҙәни кодты һәм туған телде һаҡлауға, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереүгә арнала.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.