
Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың «Микрогранттар» конкурсы йомғаҡтары буйынса дөйөм ил рейтингында беренсе урынды алды. Өс лидер иҫәбендә шулай уҡ Новгород өлкәһе һәм Санкт-Петербург бар.
Тотош Рәсәйҙә 5000-дән ашыу заявка араһынан эксперттар иң яҡшы 155 проектты һайлап алған. Уларға дәүләт яҡынса 40 миллион һум аҡса бүлә – был иһә былтырғыға ҡарағанда 10 миллионға күберәк.
Башҡортостандан 11 йәштәр башланғысы еңеүгә иреште. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс уларға үҙҙәренең социаль, ижади йәки эшҡыуарлыҡ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн 300 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкинлек бирә.
Республикабыҙҙың еңеү яулаған проекттары араһында «Ябыҡ ҡала. Асыҡ уйындар» фиджитал-спорт мәктәп лигаһы, «Һинең яғың», «Йәш БПЛА операторҙары» һәм башҡалар бар.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан стартаптар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 7-се урынды биләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.