Эксклюзив
11:53 (UTC+5), 09 Сентября 2026

Өфөлә Радий Хәбиров һәм Бадра Гунба Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Бадра Гунба Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Республика етәксеһе Абхазия президентына һәйкәл постаментын өс яҡтан тарихи деталдәр менән тулыландырылған тематик рельефтар биҙәүе хаҡында һөйләне.

Генералдың алдына баҫһаң, уң яҡта — «Башҡорт халҡының күңеле һәм эпоста һәм легендаларҙа уның тарихы», һулда иһә «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби рухы» рельефы, арттараҡ башҡорт халҡының ун өс ырыуына арналған рельеф. Рельеф тулыһынса дивизияның ойошторолғандан алып Еңеү көнөнә тиклемге, халыҡ, Миңлеғәле Шайморатов, шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең тарихын сағылдыра.

Мансур гранитынан төҙөлгән колоннада 24 колоннанан тора, улар көнбайыш һәм көнсығыш ҡанатты барлыҡҡа килтерә. Колоннаданың бейеклеге – 7,7 метр. Скульптура комплексының оҙонлоғо 62 метр булһа, тәрәнлеге – 29 метр.

Колоннаданы рус һәм башҡорт телдәрендә «Ватан өсөн һуғышта һәләк булғандарға бағышлана» тигән яҙыу биҙәй. Ә колоннада, автор уйынса, халыҡтың дошман алдында берләшеүен символлаштыра.

Уртала мемориаль колонналарҙа РФ Президентының генерал Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән маҡтаулы исем биреү тураһында указы текстары һәм Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары исемлеге (78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан орденының тулы кавалеры) урынлаштырылған.

Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 сентябрҙә Абхазия президенты Бадра Гунба етәкселегендә рәсми делегация эш сәфәре менән Башҡортостанға килде.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика