
Дмитрий Каретко рәсми рәүештә «Вся Уфа» медиайорто директоры итеп тәғәйенләнде. Был мәғлүмәтте «Башинформ» агентлығына телевидение алып барыусыһы үҙе раҫланы. Әлеге ваҡытта уны коллектив менән таныштыралар, ул ойошма етәксеһе булараҡ беренсе кәңәшмәһен үткәрә.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Черенков һүҙҙәренсә, уны тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡул ҡуйған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дмитрий Каретко – республикала билдәле алып барыусы, спорт комментаторы һәм медиаменеджер, «Тэфи» телепремияһына лайыҡ булған «Башҡортостан каникулдары» программаһының авторҙашы. Был вазифаға ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары вазифаһынан күсте.
«Вся Уфа» телеканалының элекке етәксеһе Юлия Юмагуена үҙ теләге менән вазифаһынан китте.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.