
Сентябрь башы йылы һәм ҡояшлы көндәр менән ҡыуандыра, шуға ла күптәр уны «әбейҙәр сыуағы» тип йөрөтә. Әммә синоптиктар фекеренсә, был дөрөҫ түгел.
Башгидрометтың метеопрогноздар бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова «Башинформ» журналисы менән әңгәмәлә ошо турала һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, был йылының әйләнеп ҡайтыуы ғына, ә уны яңылыш әбейҙәр сыуағы тип ҡабул итәләр.
«Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланмаған әле. Был әлегә йылының кире ҡайтыуы ғына» — тине Гөлназ Әхәт ҡыҙы. Республикала аномаль йылы һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана, тип өҫтәне ул. Термометр бағанаһы +23, +28 градусҡа тиклем күтәрелә. 6 сентябрҙә температура +20, +25 градусҡаса түбәнәйә.
Белгес һүҙҙәренсә, ысын әбейҙәр сыуағы – беҙҙең климат зонаһында сентябрҙең икенсе яртыһында күҙәтелгән оҙайлы ҡоро һәм йылы көндәрҙең ҡасан башланасағы билдәһеҙ.
«Быйыл әбейҙәр сыуағы булырмы-юҡмы икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайбыҙ. Әлегә йәйге йылы әйләнеп ҡайтты, һуңынан һауа температураһы бер ҙа түбәнәйә, ә киләһе аҙнаның башында яуым-төшөмдөң артыуы ихтимал. Шунда ҡарарбыҙ», — тине синоптик.
Былтыр әбейҙәр сыуағы йылы ғына булды, температура +17, +22 градус тәшкил итте, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуҙы, тип иҫкә төшөрҙө ул.
Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге фаразлауынса, сентябрь айының климат нормаһынан бер градусҡа йылыраҡ булыуы көтөлә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.