Дәүләт Думаһы хөкүмәткә хайуандарҙы иҫәпкә алыу ҡағиҙәләре тураһында үҙ ҡарарына, уларҙың төрҙәре исемлегенә, шулай уҡ бының өсөн сроктарға төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте. Парламенттың түбәнге палатаһы рәйесе Вячеслав Володин әйтеүенсә, уларға был норматив-хоҡуҡи актты тормошҡа ашырыу буйынса халыҡтан күп мөрәжәғәттәр килә. Шуға күрә депутаттар уның ҡайһы бер положениеларын төҙәтергә йәки юҡҡа сығарырға тәҡдим иткән.
«Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға, ә контроль һәм санитария именлеге өсөн көрәш эгидаһы аҫтында ауыл халҡы, депутаттар, эксперттар менән алдан дөрөҫ фекер алышырға кәрәк булған ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Шунан һуң ошондай ҡарарҙар кәрәкме-юҡмы икәнен ҡарарға», - тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы спикеры.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдан алып илдә мал-тыуарҙы һәм ҡош-ҡортто этаплап тамғалау эше алып барыла. Башта эре мөгөҙлө малдар, аттар һәм сусҡалар, 2025 йылдың 1 сентябренән ҡуяндар, бал ҡорттары, ҡиммәтле тиреле йәнлектәр «паспортлаштырылды». Хәҙер ҡоштарға сират етте. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, 1 сентябргә тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә, бүҙәнә, мысыр тауығы һәм дөйәғоштарҙы тамғаларға кәрәк (10-дан ашыу ҡош-ҡорт булһа). Шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа аҫралған дөйәләр һәм боландар иҫәбе алып барыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.