11:39 (UTC+5), 31 Августа 2026

Башҡортостанда «БПЛА хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды

Шулай уҡ Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға ваҡытлыса сикләүҙәр алынды.

Фото: матбуғат хеҙмәте | РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы
Әлфиә Әһәлиуллина

Бөгөн иртән Башҡортостанда иғлан ителгән «БПЛА хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды. Был хаҡта республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртәнге сәғәт етеләр тирәһендә республика биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе иғлан ителде.

«БПЛА һәм уның өлөштәрен тапҡанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ: бер нәмәгә лә теймәгеҙ; табыш тураһында 112  номерына шылтыратып хәбәр итегеҙ; хәүефһеҙ араға китегеҙ һәм видео төшөрөүгә ваҡыт сарыф итмәгеҙ», — тип кәңәш бирә ҡотҡарыусылар.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика