12:12 (UTC+5), 28 Август 2026

Мәскәүгә Башҡортостан студенттарына күстәнәстәр менән ылау оҙатыла

Акция баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында белем алған республика студенттарына һәм аспиранттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Фото: матбуғат хеҙмәте | БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостандан Мәскәүгә «Башҡортостандан һөйөү менән» социаль проекты сиктәрендә аҙыҡ-түлек тейәлгән сираттағы ылау оҙатыла. Маршрут Учалы, Белорет, Асҡар, Сермән, Өфө, Саҡмағош, Дүртөйлө, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалалары аша үтә.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын уҙғарылған «Башҡортостандан һөйөү менән» акцияһында яҡташтарыбыҙҙың туғандары һәм яҡындары аҙыҡ-түлек кенә түгел, көнкүреш әйберҙәре (түшәк кәрәк-яраҡтары, төрлө аш-һыу кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар) биреп ебәрә ала. Әйберҙәрҙе һәм аҙыҡ-түлекте 10, 11 сентябрҙә килтерергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция студенттарҙың үтенесе буйынса һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән башланып китте. Бындай акцияларҙы уҡыу йылында кәмендә өс тапҡыр ойоштороу планлаштырыла: ноябрь байрамдарынан, ҡышҡы каникулдарҙан һуң һәм йәйге сессия башланыр алдынан.

матбуғат хеҙмәте | БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы
Фото: матбуғат хеҙмәте | БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика