26 августа республикаға эш сәфәре менән килгән илдең ауыл хужалығы министры Оксана Лут һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә булды. Ҡунаҡтар Биохимия һәм генетика институтының ғилми лабораториялары эшмәкәрлеге менән танышты.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге – Рәсәй Фәндәр академияһының иң ҙур төбәк ғилми үҙәге, ул 15 айырым структур бүлексәне үҙ эсенә ала. Учреждение директоры Василий Мартыненко ғалимдарҙың аграр йүнәлештәге фәнде үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләне.
– Беҙҙә ауыл хужалығы менән бәйле дүрт ғилми ойошма бар: Биология институты, Биохимия һәм генетика институты, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты һәм «Өфө» тәжрибә станцияһы, – тине Василий Мартыненко. – Күренекле фән эшмәкәрҙәре эшләне. Улар иҫәбендә – селекционер, ужым арышының билдәле сорты «Сулпан»ды уйлап сығарыусы Сабирйән Абдулла улы Ҡунаҡбаев.
Биохимия һәм генетика институты – Волга-Урал төбәгенең молекуляр биология, генетика, үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы, шулай уҡ молекуляр фармакология, иммунология һәм биотехнология өлкәһендәге алдынғы ғилми учреждениеһы. Һуңғы биш йылда бында Рәсәй Президенты, Рәсәй фәнни фонды, Рәсәй Фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында 30-ҙан ашыу проект тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, малсылыҡта геном һәм постгеном технологиялары лабораторияһы тармаҡты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле инструменттар эшләү, шул иҫәптән ҙур мәғлүмәттәрҙе анализлау йәһәтенән федераль гранттарҙы тормошҡа ашыра.
Радий Хәбиров һәм Оксана Лут шулай уҡ «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә ойошторолған үҫемлектәр геномикаһы лабораторияһында булды. Бында хужалыҡ ҡиммәтенә эйә билдәләре булған үҫемлектәрҙең маркер-ориентирланған һәм геном селекцияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Ә үҫемлектәр һәм микроорганизмдар биоинженерияһы лабораторияһында ғалимдар ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығын арттырыуға килтергән биологик потенциалды тормошҡа ашырыуҙың молекуляр механизмдарын өйрәнә.
Оксана Лут республиканың фәнни берләшмәһенең ауыл хужалығын үҫтереүгә һәм федераль күрһәткестәрҙе үтәүгә, шул иҫәптән ауыл хужалығы культураларын селекциялау өсөн ДНК-маркерҙар эшләүгә индергән өлөшөн билдәләне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.