
Бөгөн, 27 августа, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында власть органдары, йәмәғәт институттары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм граждандар активистары диалогы өсөн төп майҙансыҡ — Башҡортостан Республикаһының VIII Граждандар форумы үҙ эшен башлай.
Форумдың төп ваҡиғаһы – «Махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтенең үҙгәреүе» пленар дискуссияһы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, РФ президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Валерий Фадеев ҡатнаша.
Форум Рәсәйҙең 19 субъектынан 700-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерә. Республиканың баш ҡалаһына коммерция4а 3арама4ан ойошмалар һәм йәмәғәт палаталары вәкилдәре, МХО һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ирекмәндәр, педагогтар, табиптар, психологтар, власть органдары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дин әһелдәре килә. Программала – 36 фекер алышыу, белем биреү, консультация һәм күргәҙмә майҙансығы, 150-нән ашыу спикер.
Башҡортостанда Граждандар форумы 2014 йылдан алып уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә ул фекер алышыу майҙансығына ғына түгел, ә республикала граждандар йәмғиәте институттарын һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү системаһын үҫтереү ҡоралдарының береһенә әүерелде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.