
Өфөнән корей теле уҡытыусыһы Арыҫлан Ярмуллин Корея республикаһының берләштереү министрлығы ҡарамағындағы корей ярымутрауын берләштереү буйынса мәғрифәтселек советына ингән. Был хаҡта Арыҫлан «Башинформ»ға хәбәр итте.
«Быйыл июль айында Көньяҡ Кореяның Рәсәйҙәге илселеге саҡырыуы буйынса халыҡ-ара уҡытыусылар семинарында ҡатнаштым. Ул Инчхон ҡалаһында үтте. Халыҡ-ара семинарға донъяның төрлө илдәренән корей теле уҡытыусылары йыйылды. Беҙ яңы уҡытыу алымдарын өйрәндек, лекциялар тыңланыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ һәм Кореяның тарихы, мәҙәниәте менән яҡындан таныштыҡ», — тип хәбәр итте Арыҫлан.
Арыҫлан өсөн был сәфәр мөһим ваҡиға менән тамамлана. Ул Корея республикаһының берләштереү министрлығы ҡарамағындағы Кореяны тыныс юл менән берләштереү мәсьәләләре буйынса мәғрифәтселек советының 25-се саҡырылышы ағзаһы итеп һайлана. Быйыл тәүге тапҡыр был советҡа сит ил корей теле уҡытыусыларынан да кандидаттар ҡабул ителә, кандидаттар араһынан Арыҫлан Ярмуллин һайлана.
«Был минең өсөн беҙҙең берләшмәгә, Рәсәй менән Корея араһындағы бәйләнештәргә үҙ өлөшөмдө индереү өсөн шәп мөмкинлек. Советтың маҡсаты — Кореяның тарихы, мәҙәниәте һәм тыныс юл менән берләшеү темаһы буйынса мәғрифәтселек алып барыу. Мин сит ил уҡытыусыһы булараҡ онлайн сараларҙа ҡатнашасаҡмын һәм үҙ дәрестәремдә ошо темалар буйынса ла мәғлүмәт менән уртаҡлашасаҡмын», — ти Арыҫлан.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.