Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге хәбәр итеүенсә, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 22,2 мең самаһы ВИЧ-инфекциялы кеше иҫәпләнгән.
Пациенттарҙың һаны оҙаҡ ваҡыт артмай һәм яҡынса шунса ҡала. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында үҙәктең баш табибы Айгөл Ғәлиева һүҙҙәренсә, был дауалауҙың һәм антиретровирус терапияһының ыңғай һөҙөмтәһе. I ярты йыллыҡта 532 кешелә ВИЧ асыҡланған (2025 йылдың беренсе яртыһында 542 кеше булған).
2025 йылда 1247 пациент ҡабул ителгән, 2024 йылда — 1370. Йыл һайын ВИЧ-инфекциялы 200-300 кеше яҡты донъя менән хушлаша, 1,5 меңгә яҡыны башҡа төбәктәргә китә. Республикаға башҡа өлкәләрҙән дә ВИЧ сирлеләр килә. Улар бөтә бәйләнештәрҙе өҙөп, башҡа урында яңы тормош башларға тырыша.
Шулай уҡ ВИЧ менән сирләгән пациенттың уртаса «портреты» үҙгәрмәгән: урта белемле 40 йәштәр тирәһендәге ир-ат (республикала ВИЧ менән ауырыусыларҙың 55% ир-егеттәр тәшкил итә), йыш ҡына вахта ысулы менән эшләй.
Эпидемиологтар йәш төркөмдәрендә радикаль үҙгәрештәрҙе билдәләй: 20-30 йәшлектәрҙә сир йоҡтороусылар кәмей, ә 51-60 йәшлектәр араһында — һуңғы 10 йылда 3 тапҡырға, 61 йәштән өлкәндәрҙә шул уҡ осорҙа 5 тапҡырға артыуы күҙәтелә. 41-50 йәшлектәр төркөмө 2016 йылдан алып 2 тапҡырға артҡан һәм хәҙер өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
Был 2000 йылдарҙың эҙемтәһе булып тора – был кешеләрҙең иммунитеты көслө булғас, сир уны оҙаҡ йылдар ҡаҡшата алмаған, тип аңлата табип.
Беҙҙең тәжрибә күрһәтеүенсә, тәғәйенләнгән терапияны үтәгән осраҡта (уны мөмкин тиклем иртәрәк башлау яҡшыраҡ) кешеләр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Беҙ уларҙы хатта «сирлеләр», пациенттар тип иҫәпләмәйбеҙ. Республикала береһе – ВИЧ-инфекциялы (ғәҙәттә, ирҙәр), ә икенсеһе иммунодефицитһыҙ 500-гә яҡын ғаилә бар, улар һау-сәләмәт балалар тәрбиәләйҙәр, — тип һөйләне Айгөл Ғәлиева «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.