Шәмбе, 29 августа, баш ҡаланың «Ҡашҡаҙан» паркында XIV «Һөт иле» ғаилә фестивале үткәрелә. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышлана.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестивалдә ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыттағыса бер стакан һөт менән ҡаршылайҙар. Билдәле булыуынса, 2026 йылда өфөләрҙе һәм туристарҙы һөт йәрминкәһе һәм фермер баҙары, сыр кибете һәм бал зонаһы, «Ҡымыҙ ауылы» һәм «Экоауыл», шулай уҡ яңы интерактив форматтар көтә.
Яңылыҡтарға килгәндә, «Һөт циркы»нда тәүге тапҡыр ғаилә цирк труппаһы сығыш яһай, йәш ярымдан алып дүрт йәшкә тиклемге балалар һауа өрөп тултырылған уйынсыҡтар менән «Быҙау сабыштарында» ҡатнаша.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, бында һәр кем көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 6-ға тиклем һаулыҡ өсөн зарарлы аҙыҡ-түлекте (фастфуд, газлы эсемлектәр, кондитер ризыҡтары) файҙалы һөткә алмаштырып алырға мөмкин.
Инеү бушлай. Иртәнге сәғәт 10-да башлана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.