Республика биләмәһендә яғыулыҡ менән хәл тотороҡло һәм яйға һалына башланы, әммә Өфөлә һәм муниципалитеттарҙа махсус контролдә тотоуҙы талап иткән бер нисә АЗС бар. Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған брифинг барышында БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин шулай тип белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Баймаҡ, Благовар һәм Хәйбулла райондарында ҡатмарлыҡтар килеп тыуған.
«Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары алыҫта урынлашҡан, шуға унда билдәле бер ҡатмарлыҡтар бар. Иртәнге сәғәттәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе иғлан ителеүе сәбәпле бензовоздар тотҡарланды. Кискә тиклем яғыулыҡ буласаҡ. Благовар районына яғыулыҡ менән хәл беҙҙәгегә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ булған башҡа төбәктәрҙән автомобилселәр инеп сыға. Әйткәнемсә, яғыулыҡ килтереләсәк», — тине Мостафин.
Шулай уҡ ул шәхси автозаправка селтәрҙәренең дә үҙ эшен башлауы хаҡында һөйләне.
«Ҙур булмаған АЗС селтәрҙәре әкренләп эшләй башлай — әлегә барыһы ла түгел, әлбиттә, әммә күпселеге эшкә тотонған. Улар яғыулыҡ биржаһында һатып ала», — тине БР сәнәғәт министры урынбаҫары.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.