16:26 (UTC+5), 21 Август 2026

Башҡортостандың нефть колледжы «Профессионалитет» программаһына инәсәк

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

21 августа Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Ишембай нефть колледжында булды. 1932 йылда нигеҙ һалынған уҡыу йорто ошо ваҡыт эсендә илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн 20 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған.

Республика етәксеһе белем биреү учреждениеһының мөмкинлектәре, уҡытыусылар коллективының эшләү һәм студенттарҙы әҙерләү шарттары менән танышты. Колледж директоры вазифаһын башҡарыусы Мират Йәнбәков һөйләүенсә, яңы уҡыу йылында 1,8 меңдән ашыу кеше көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса кәрәкле һөнәрҙәр аласаҡ. Сит ҡалаларҙың студенттары өсөн уҡыу йортонда 300 урынлыҡ ятаҡ бар. Әйткәндәй, колледж илдең эре нефть һәм газ компаниялары менән килешеүҙәр төҙөгән. Шуға сығарылыш уҡыусыларының яғыулыҡ-энергетика комплексының алдынғы предприятиеларына үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, быйыл 95 кеше «Башнефть» предприятиеларында эшләй башлаған.

Башҡортостан Башлығы уҡыу һәм лаборатория кабинеттарын, нефть һәм газ сығарыу полигонын ҡараны, шулай уҡ учреждение етәкселеге менән уны артабан үҫтереү буйынса пландарҙы тикшерҙе. Киләһе йылда колледж республика һәм индустриаль партнерҙар ярҙамында заманса белем биреү кластерын булдырыу өсөн «Профессионалитет» федераль программаһында ҡатнашыуға ғариза бирергә планлаштыра.

– Уҡыу йорто йәштәр араһында бик популяр, бында бюджет урындарына конкурс юғары. Шуға күрә студенттарҙы ҡабул итеүҙе арттырыу, уларҙы әҙерләү сифатын күтәреү мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров «Башинформ»журналисы менән әңгәмәлә. – Беҙ учреждениены ҙур, көслө колледж итеп яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул иттек, «Профессионалитет» программаһына инергә планлаштырабыҙ. Бынан тыш, дөйөм ятаҡты яңыртыу өсөн федераль аҡса йәлеп итәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика