11:11 (UTC+5), 19 Августа 2026

Башҡортостан Һандуғас — Рабак юлы яңыртыла

Яңауыл районында «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса Һандуғас — Рабак юлын ремонтлау дауам итә.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы
Инсаф Хужабирганов
Галина Бахшиева

Эшселәр юл ҡатламын тигеҙләгән һәм ҡырсынташ түшәй башлаған. Ремонт эштәре трассаның 8 саҡрымлыҡ участкаһына ваҡланған ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһы һалыуҙы үҙ эсенә аласаҡ.

«Һандуғас — Рабак юлы Башҡортостан менән Пермь крайы сигендә урынлашҡан. Уның оҙонлоғо ни бары 9 саҡрым, әммә яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн мөһим роль уйнай. Был юлдан Яңауыл — Иҫке Күрҙем трассаһына сығырға мөмкин. Яҙ-көҙ айҙарында көслө ямғырҙар ваҡытында юл йыш ҡына боҙола, машина йөрөй алмаҫлыҡ була торғайны», — тип белдерҙе БР транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Ремонт эштәрен 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 2026 йылда 200 саҡрымдан ашыу юлды һәм 1800 метр күперҙе тәртипкә итеү планлаштырыла.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика