17:19 (UTC+5), 18 Августа 2026

Башҡортостан Башлығы лицей төҙөү буйынса кәңәшмәлә чиновниктарҙы тәнҡитләне

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөлә 360 уҡыусыға иҫәпләнгән республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Был төбәктең «Йәштәр һәм балалар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә башлаған төп белем биреү проекттарының береһе булып тора.

Бында 6-11-се класс уҡыусылары уҡыясаҡ. Лицейҙы Рәсәйҙең һәләтле балалар өсөн алдынғы мәктәптәре моделе буйынса төҙөйҙәр. Ул математика, информатика һәм программалау өлкәһендә буласаҡ лидерҙарҙы әҙерләү өсөн заманса белем биреү кампусы булырға тейеш.

18 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров математика лицейы төҙөлөшө урынында күсмә эш кәңәшмәһе үткәрҙе. «СМК-10» подряд ойошмаһы етәксеһе Валерий Мансуров бөгөнгә монолит эштәренең дауам итеүен, уларҙы октябрҙә тамамларға планлаштырыуҙарын һөйләне. Параллель рәүештә төҙөүселәр уҡыу корпустарының береһендә штукатурлау һәм биҙәү эштәрен башлай. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Алты ҡатлы бинала заманса уҡыу кабинеттары, торлаҡ блоктары, спорт зонаһы, ашхана, китапхана урынлашасаҡ.

Математика лицейы киләсәгенең концепцияһын тикшереүгә күскәндән һуң республика етәксеһенең һорауҙары килеп тыуҙы. Радий Хәбиров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың объекттың нескәлектәре тураһында тулы мәғлүмәткә эйә булмауына асыуланды. Министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, төҙөүселәр һәм проектлаусылар республика етәксеһенең уҡыу йорто концепцияһы, йоҡо бүлмәләрендә нисә уҡыусы йәшәйәсәге, яңы лицейҙа нисә спорт залы буласағы тигән һәм башҡа һорауҙарына аныҡ ҡына яуап бирә алманы.

«Шуға күрә мин уларға яңынан әҙерләнергә ҡуштым. Ябай ғына һорауҙарға яуап бирә алмайҙар. Кәңәшмәне әҙерләгән коллегаларым минең һорауҙарыма әҙер түгел ине. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: был математика лицейы республикала һәм Рәсәйҙә иң яҡшыһы булырға тейеш. Беҙ бында математика буйынса иң һәләтле балаларҙы йыябыҙ. Проектҡа етди ҡарарға кәрәк. Шуға күрә бында нимә һәм нисек буласағын һеҙгә икенсе ваҡытта һөйләрмен», – тине Радий Хәбиров Башинформ хәбәрсеһе менән аралашҡанда.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика