20:52 (UTC+5), 12 Августа 2026

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығы мәңгеләштерелә

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Инсаф Хужабирганов

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәрби батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса комиссия төҙөлдө. Бөгөн Өфөлә уның ултырышы үтте. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яҡташтарыбыҙ оло намыҫ менән хәрби бурысын үтәй. Тылда ҡалғандар Еңеү өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы киләһе быуындарға барып етергә һәм мәңге хәтерҙә ҡалырға тейеш — был беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Бының өсөн Башҡортостанда махсус комиссия булдырҙыҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихи факттарҙың тиҙ генә юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға күрә беҙҙең күҙ алдында яҙылған тарихты һаҡ ҡына, әҙ-әҙләп йыйырға кәрәк.

Беҙ ҙур эш башланыҡ. Унда беҙҙең киң мәғлүмәт саралары, яҙыусылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, музейҙар, архив эштәре буйынса идаралыҡ ҡатнаша. Беҙ мәғлүмәттәрҙе йыйырға, дөрөҫ итеп эшкәртергә һәм уларҙы йәмәғәтселеккә еткерергә тейешбеҙ. Һалдаттарҙың артефакттарын, шәхси әйберҙәрен һаҡлау — айырым һорау. Улар беҙҙең дәүерҙең тере шаһиттары, улар ҙа музей күргәҙмәләрендә үҙҙәренең хаҡлы урынын табырға тейеш», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Олег Яровиков «Башинформ»
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика