2026 йылдың 20 июленән Өфө агломерацияһындағы Дим — Иглин маршруты буйынса йөрөгән «Ласточка» һәм «Финист» ҡала яны электропоездарында мәғлүмәт рус һәм башҡорт телдәрендә яңғырай. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы стандарты Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы сиктәрендә индерелде, тип хәбәр иттеләр БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Мәғлүмәтте башҡорт телендә иғлан итеү башланғысын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма күтәреп сыҡҡан.
«Быйыл „Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант“ акцияһы сиктәрендә тәүге тапҡыр Өфө — Раевка маршруты буйынса йөрөүсе „Ҡарлуғас“ ҡала яны поезында диктант яҙҙыҡ. Был үҙенсәлекле майҙансыҡ күптәрҙең күңеленә хуш килде. Ошо саранан һуң беҙ „Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы“на мөрәжәғәт итеп, ҡала яңы поездарында станцияларҙы башҡорт телдәрендә лә иғлан итеү мөмкинлеген ҡарауҙарын һораныҡ. Был башланғысты хуплап ҡабул иттеләр, һәм бөгөн „Ҡарлуғас“ менән „Финист“ электропоездарында пассажирҙар өсөн мәғлүмәт ике дәүләт телендә яңғырай», — тип белдерҙе ойошма етәксеһе Гөлназ Йосопова.
Станция атамалары БР-ҙың Терминология хеҙмәте менән берлектә башҡортсаға тәржемә ителгән. Аудиояҙмаларҙы билдәле алып барыусы Гүзәл Мөхәмәтйәнова тауышландырған.
«Артабан Өфө тимер юл вокзалында алыҫ араға йөрөүсе „Силәбе — Мәскәү“ поезы хәҙер башҡортса иғлан ителәсәк. Шулай уҡ 61 ҡала яны электропоезының 32-һендә лә мәғлүмәт рус һәм башҡорт телдәрендә тапшырыла. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк», — тип белдерҙеләр БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.