Эксклюзив
14:36 (UTC+5), 30 Июля 2026

Егет-ҡыҙҙар Өфө янындағы «Патриот» паркында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү нигеҙҙәрен өйрәнә

Ғәскәрҙәр ойошторолоуҙың 96 йыллығына ҡарата республика ғаилә өсөн ҙур байрам әҙерләй.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Наталья Овчарук

Дүртенсе йыл рәттән Өфө һәм республика «Патриот» паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләй. Был бер көнлөк кенә байрам түгел, ә ниндәйҙер яңылыҡ индергән саралар циклы. «Патриот» паркының генераль директоры урынбаҫары Никита Рекрут һөйләүенсә, быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 96 йыл тулыу алдынан 14-17 йәшлек уҡыусылар өсөн профилле смена ойошторолған.

«Беҙҙә тотош республиканан егеттәр һәм ҡыҙҙар бар. Улар Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү нигеҙҙәрен өйрәнә (тактика, медицина, химик-биологик һаҡлау, инженерия, топография). Уларға махсус дисциплиналар: парашют вышкаһынан һикереү, инженер-сапер бригадаһы биләмәһендә хәрби ҡоралдан атыу ныҡ оҡшай. Дөрөҫөн әйткәндә, смена ябай түгел, әммә балалар үҙҙәре һайланы һәм бының өсөн награда аласаҡ. Һөҙөмтәләр буйынса ярыштар үткәреләсәк һәм иң яҡшылар билдәләнәсәк», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы әңгәмәсеһе.

Сменала ҡатнашыусылар Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү нигеҙҙәрен генә түгел, уның тарихын да өйрәнәсәк. Балаларға ғәскәрҙәр составында төрлө конфликттарҙа ҡатнашҡан һәм үҙҙәрен герой итеп күрһәткән күренекле яҡташтарыбыҙ хаҡында ла һөйләйҙәр. Был саралар 2 августа Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн байрам итеү менән тамамлана.

«Былтыр Максим Серафимовҡа һәйкәл астыҡ. Был юлы десантсы дуҫтарыбыҙ һауа-десант комплексының яңы тренажерҙарын ҡуйырға ярҙам итәләр», — тине Никита Рекрут.

Бынан тыш, байрамда ҡатнашыусыларҙы «Геройҙар уҙышы» трассаһы көтә, күрһәтмә сығыштар, аэроклуб парашютсылары һикереүҙәре (әгәр һауа торошо мөмкинлек бирһә) һәм пневматик пистолеттан, винтовканан атыу кеүек төрлө әүҙемлектәр планлаштырыла.

«Патриот» паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһай, ул зәңгәр беретлы ир-егеттәргә хеҙмәте һәм батырлығы өсөн рәхмәт белдерә.

«Беҙҙең бурыс – яугирҙәргә һәм зәңгәр беретлы ветерандарға Тыуған илебеҙ өсөн башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтеү. Йәнә лә уларҙың яҡындарына атайҙар, улдар, ирҙәр, ағай-ҡустыларҙың ысын герой, илебеҙҙең терәге булыуын күрһәтеү. Нисек йәшәргә һәм Ватаныңды яратырға кәрәклегенә миҫал», — тигәйне республика етәксеһе Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләгәндә.

 Бынан алдараҡ «Башинформ» 2026 йылда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн байрам итеү программаһын баҫтырып сығарғайны.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика