12:35 (UTC+5), 29 Июля 2026

Башҡортостанда Күп функциялы үҙәк хеҙмәттәре исемлеге киңәйтелде

Хәҙер күп функциялы үҙәктә гражданлыҡты рәсмиләштерергә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам алырға мөмкин.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Хөкүмәте «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктәрендә күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеген киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ күп функциялы үҙәктең 2016 йылдан ғәмәлдә булған эш тәртибенә үҙгәрештәр индерә.

Хеҙмәттәр исемлегенә ике яңы пункт өҫтәлгән. 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн тыуғандан алып Рәсәй гражданлығын рәсмиләштереү тураһында ғаризалар ҡабул итеү — хеҙмәтте Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы күрһәтә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының БР буйынса филиалы тарафынан комплекслы оҙатыу өсөн документтар ҡабул ителә.

Шулай итеп, ҡарар үҙ көсөнә ингәндән алып күп функциялы үҙәктең теләһә ҡайһы бүлексәһендә ошо хеҙмәттәрҙе алырға мөмкин, миграция хеҙмәтенә йәки фондтың филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

Ҡарар ҡул ҡуйылған көндән – 2026 йылдың 27 июлендә көсөнә инде.

Белешмә

Бөгөнгә республикала Күп функциялы үҙәктәр селтәрендә 75 бүлексә иҫәпәләнә. Бында һалым хеҙмәте, шул иҫәптән бизнесты теркәү һәм декларация тапшырыу, шулай уҡ төрлө йүнәлештәге муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәрен алырға мөмкин. «Берҙәм тәҙрә» принцибы граждандарға бер урында бер нисә мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек бирә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика