Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы төбәктә яһалма зиһен технологияларын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.
— Беҙ яһалма зиһендең иҡтисадтың һәм тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп инеүен күрәбеҙ, уларҙы ҡулланыуҙың сағыу миҫалдарын билдәләйбеҙ, — тигәйне Радий Хәбиров. — Тик был ғына етмәй. IT-компаниялар һәм яһалма зиһен технологияларын етештереүселәр өсөн инфраструктура, экосистема һәм, асылда, майҙансыҡ булдырырға кәрәк. Тағы бер бурыс – йәмғиәттең яһалма зиһенгә ышанысын формалаштырыу һәм уның практик файҙаһын аңлатыу. Бының өсөн күләмле мәғлүмәт биреү-аңлатыу кампанияһын үткәрергә йыйынабыҙ. Бигерәк тә мәктәптәргә һәм уҡытыусылар әҙерләүгә, һанлы технологиялар менән бәйле өҫтәмә белем биреү программаларын киңәйтеүгә иғтибар бүлергә уйлайбыҙ.
Башҡортостан хөкүмәте ҡушыуы буйынса республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә ведомство-ара эшсе төркөм булдырылды. Уның составына төбәктең алдынғы фәнни, мәғариф, мәҙәни һәм медиа ойошмалары вәкилдәре инде. Проекттың төп бурысы – башҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса текст, аудио һәм визуаль материалдарҙан торған датасеттар туплау.
Авторлыҡ хоҡуғы мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Белгестәр авторҙар һәм хоҡуҡ эйәләре менән эшләй, кәрәкле рөхсәттәр ала, ә дәүләткә ҡараған материалдар тейешле тәртиптә рәсмиләштерелә. Ошо эш һөҙөмтәһендә тупланған материалдарҙы законлы һәм асыҡ рәүештә ҡулланырға мөмкин. Маҡсат- заманса нейроселтәрҙәр башҡорт телен аңлаһын һәм һөйләшһен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын белһен, шулай уҡ башҡорт орнаменттарын, милли кейемдәрҙе һәм башҡа мәҙәни образдарҙы хаталарһыҙ һәм стереотиптарһыҙ сағылдыра алһын.
Был эштең тәүге һөҙөмтәһе лә әҙер — башҡорт телендәге тауышландырылған аудиокитаптарҙан торған асыҡ датасет баҫылып сыҡты. Унда 14 әҫәрҙән 476 аудиофрагмент, шул иҫәптән «Аҡбуҙат», «Алдар менән Зөһрә» эпостары, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙары һәм башҡа әҫәрҙәр бар.
— Бөгөн тел китаптарҙа, театрҙа һәм көндәлек тормошта ғына түгел, һанлы киңлектә лә үҫешергә тейеш, — тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова. — Башҡорт теле XXI быуатта йәшәһен өсөн уның заман менән бергә атлауы зарур. Яһалма зиһен тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әүерелә, заманса технологияларҙың башҡорт телен аңлауы һәм «һөйләшеүе» мөһим. Шуға күрә беҙ сифатлы датасеттар төҙөйбөҙ.
Проектта ҡатнашыусы программист Айгиз Ҡунафин фекеренсә, был эштең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Элегерәк яһалма зиһен технологиялары өсөн башҡорт телен үҫтереү менән башлыса айырым энтузиастар ғына шөғөлләнде. Ресурстар аҙ ине, шуға күрә активистар материалдарҙы бөртөкләп тигәндәй йыйҙы, булғанын ҡулланды. Бөгөн эш беренсе тапҡыр үҙәкләштерелгән рәүештә алып барыла, архивтарҙы ҡулланырға, уларҙы системаға һалырға, материалдарҙың сифатын тикшерергә һәм датасеттарға ниндәй мәғлүмәт индерелеүен тулыһынса контролдә тоторға була. Был иһә эште тиҙерәк һәм уны сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә.
— Асылда, Башҡортостан беренселәрҙән булып ошо эшкә тотондо. Беҙ дәүләт органдары, фәнни ойошмалар, мәҙәниәт учреждениелары һәм тел әүҙемселәре ҡатнашлығында яһалма интеллект өсөн тел мәғлүмәттәрен әҙерләү буйынса системалы эште нисек ойошторорға мөмкин икәнен күрһәтәбеҙ. Был тәжрибәне Рәсәйҙең туған телдәрҙе һаҡлау менән менән шөғөлләнгән башҡа төбәктәре лә файҙалана алыр тип ышанам, — тине Ҡунафин.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, датасеттар төҙөү эше дауам итәсәк. Башҡорт теле заманса һанлы экосистеманың тулы хоҡуҡлы өлөшө булһын һәм яһалма интеллект өлкәһендә үҫешеү өсөн яңы мөмкинлектәр алһын өсөн текст, аудио һәм визуаль материалдар күләмен киңәйтеү планлаштырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.