13:45 (UTC+5), 22 Июля 2026

Радий Хәбиров башҡорт халҡының шифалы эсемлеге хаҡында һөйләне

Июль уртаһы – тап ҡымыҙ тураһында һөйләшергә ваҡыт, тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанды ҡымыҙҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.

«Уны республиканан ситтә лә беләләр, беҙ ошо файҙалы эсемлекте етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләйбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Йыл һайын Башҡортостан ҡымыҙ бешеүселәре 3,5 мең тоннаға яҡын тәмле һәм шифалы эсемлек етештерә. Бөгөн Башҡортостанда 100 ҡымыҙ фермаһы иҫәпләнә.

«Беҙ — йылҡы һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә — беҙҙә улар 125 меңдән ашыу, — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Башлығы. — Ҡымыҙ — башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Ул ысын мәғәнәһендә милли брендҡа әүерелде. Был эсемлек һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, организм өсөн бик файҙалы ла. Үҙ ваҡытында беҙгә ҡымыҙ менән дауаланырға килгән Лев Толстой, Антон Чехов, Максим Горький, Марина Цветаева быға инанған».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июнь аҙағында Өфөлә II республика ҡымыҙ конкурсы уҙҙы, унда 12 райондан 25 етештереүсе ҡатнашты. Иң яҡшылары араһында — Әлшәй, Өфө, Баймаҡ һәм Йәрмәкәй райондары ҡымыҙ бешеүселәре. 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика