

Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтың башҡорт телендәге алтаҡталарҙың сифаты тураһында тәнҡит һүҙҙәренән һуң Өфөлә республиканың икенсе дәүләт теленә тәржемә итеү мәсьәләһе күтәрелде. Был проблема мэр вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов етәкселегендәге ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә тикшерелде.
— Сауҙа идаралығынан был мәсьәләгә иғтибар итеүҙе һорайбыҙ. Башҡорт теленә дөрөҫ тәржемә итһендәр өсөн эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтергә кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Шәрипов.
Калинин районында ойошманың алтаҡтаһындағы хаталар был аҙнала төҙәтеләсәк, тине хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева.
Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Уның менән 2025 йылда БР «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законын ғәмәлгә ашырыу буйынса комиссия ултырышында таныштырҙылар.
Платформа рус теленән башҡорт теленә квалификациялы тәржемә итеү өсөн тәғәйенләнгән. «Баштәржемә» республиканың дәүләт органдары, ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиеларының документтары (бланктар, мисәттәр, алтаҡталар), шулай уҡ етештереүселәр тураһында мәғлүмәт менән эшләй. Тәржемә хеҙмәте күрһәтелгән заказсығы электрон ҡултамғалы сертификат тапшырыла.
Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары өсөн документтарҙы бушлай тәржемә итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн билдәләнгән форма буйынса рәсми хат кәрәк. Коммерция ойошмалары өсөн тәржемә түләүле нигеҙҙә башҡарыла. «Баштәржемә» порталында «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.