Яҡташыбыҙ «Хыяллион»да 1 миллион һум отҡан. Хәҙер лотереяны ойоштороусылар лайыҡлы отошон тапшырыу өсөн еңеүсене эҙләй.
Лотерея уҙған йәкшәмбелә Беренсе канал эфирында уйнатылды.
Бәхетле билетты Стәрлетамаҡтың Тыныслыҡ урамындағы «Милли Лотерея» һатыу нөктәһендә һатып алғандар, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәйҙең Финанс министрлығы ойошторған Бөтә Рәсәй дәүләт лотереялары брендының матбуғат хеҙмәтендә.
Әлегә еңеүсе аҡсаһын алыу өсөн компанияға мөрәжәғәт итмәгән.
Лотерея операторының матбуғат хеҙмәтендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙҙәренең билетын тикшерергә саҡырҙылар: «Тиражда ҡатнашыусылар араһында Стәрлетамаҡтан еңеүсе бар — ул һеҙ булыуығыҙ ихтимал».
15 мең һумдан ашыуыраҡ отошто алыу өсөн һөҙөмтәләр баҫылып сыҡҡандан һуң 7 ай эсендә «Милли Лотерея»ның клиент офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8 (800) 333 7 333 телефона шылтыратып белергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.