

25 июлдә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында музей асылыу көнөнә ҡарата «Шүлгәнташ» фестивале ойошторола. Ҡунаҡтарҙы уҡтан атыу, милли көрәш буйынса турнир, һөнәрселек йәрминкәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә, унда һәр кем боронғо рәссамдар кеүек охранан буяу эшләй ала. Байрам республика артистары Рәсүл Ҡарабулатов, Заһир Иҫәнсурин, Нәркәс Сиражетдинова, Нәжип Юлдашбаев, DJ Хан һәм «Дәрүишхан» төркөмө ҡатнашлығындағы концерт менән тамамлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Шүлгәнташ» музей комплексы 2022 йылдың 9 июлендә үҙ ишектәрен асты. Музей асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй, Беларусь, Башҡортостан, Монголия ғалимдары ҡатнашты.
«Беҙ был музейҙы оҙаҡ һәм күп тырышлыҡ һалып төҙөнөк. Ата-бабаларҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫы менән һәр кем таныша алһын тигән теләк менән. Шүлгәнташ мәмерйәһе – кешелек цивилизацияһының барлыҡҡа килеү үҙәге ул. Уның менән «Аҡбуҙат», «Урал батыр» һәм башҡа боронғо риүәйәттәр бәйле. Ул – республикабыҙҙың ҙур йөрәге һәм күңеле», — тигәйне ул саҡта Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.