Бөгөн Башҡортостан медиакиңлегендә республикала ҡыҙылса ауырыуы осраҡтарының артыуы тураһында мәғлүмәт таралды. Шуға бәйле «Башинформ» комментарий биреүҙе һорап «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Ведомствола белдереүҙәренсә, был хәбәр дөрөҫ түгел, Башҡортостанда ҡыҙылса буйынса эпидемиологик хәл тотороҡло булып ҡала.
«2025-2026 йылдарҙа сир күрһәткестәре 2024 йылғы кимәлдән, шулай уҡ уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк. Өҫтәүенә прививка яһатмаған һәм билдәһеҙ прививка анамнезы булған граждандар эпидемик процесҡа йоғонто яһай. Беренсе класҡа барырға әҙерләнгән балаларҙың ата-әсәләре иғтибарына: балаға прививка яһатыу сертификатын тикшерергә һәм кәрәк булған осраҡта планлы ревакцинация үткәрергә кәрәк. Милли профилактик прививкалар календарына ярашлы, мәктәпкә уҡырға барыр алдынан 6 йәшлек балаларға ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинаның икенсе дозаһы (ревакцинация) эшләнә», — тип аңлатма бирҙеләр республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.