

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттары «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына һөжүм итергә маташҡандан һуң Салауатта оператив штабтың ашығыс ултырышын үткәрҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, был МХО башланғандан алып иң көслө һөжүм булған.
32 пилотһыҙ осоу аппараты ГПНС биләмәһенә үтеп ингән, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. Оборона министрлығы, предприятие һәм «БАРС» батальоны көсө менән 18 дрон юҡ ителгән, ҡалғандары йүнәлешен юғалтҡан.
Әле Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары ҡалдыҡтарын эҙләү менән шөғөлләнәләр. Башҡортостанда йәшәүселәрҙән уяу булыуҙарын һәм БПЛА ҡалдыҡтары тураһында хәбәр итеүҙәрен һорайҙар, сөнки уларҙың составында шартлатҡыс матдәләр булыуы ихтимал.
Һауа һөжүменә ҡаршы оборона эше һөҙөмтәһендә предприятиелағы төп технологик объекттарҙың береһе лә зыян күрмәгән, тине Радий Хәбиров. Ярҙамсы эстакадалар, газ үткәргестәр һәм электр кабелдәре зыян күргән, был бер нисә урында янғын сығыуға сәбәпсе булған. Әлеге ваҡытта бөтә янғындар ҙа тиерлек һүндерелгән. Предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында ҡорбандар юҡ.
Тиҙҙән заводта тәүлек әйләнәһенә ремонт эштәре башлана, тип билдәләне республика етәксеһе.
Бындай һөжүмдәрҙең ҡабатланыуы көтөлә. Шуға бәйле хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Беҙ пассив һәм әүҙем хәүефһеҙлекте артабан көсәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Яҡын арала хәрби комплекттар килтереләсәк, ошондай һөжүмдәрҙең ҡабатланыуы мөмкин», – тип йомғаҡ яһаны ул.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.