Бөрйән районында Шүлгәнташ мәмерйәһе янында икенсе тапҡыр үҙенсәлекле проект – «Беренсе һанлы пленэр» үтте. Унда рәссамдар традицион киндерҙән һәм буяуҙарҙан баш тартып, планшеттар, телефондар, фотокамералар, график программалар һәм яһалма зиһен ярҙамында эшләй.
Пленэрҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Һарытау, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Өфө рәссамдары ҡатнашты. Спутник технологиялары ярҙамы менән рәссамдарҙың бер өлөшө, камера объективтары аша Башҡортостан күренештәре менән илһамланып, эштәрҙе ситтән тороп башҡарҙы.
Ҡатнашыусыларҙың береһе Вадим Хәлитов һөйләүенсә, рәссамдарға Башҡортостандың тәбиғәте, мәмерйәнең серле мөхите һәм милли аш-һыу ныҡ оҡшаған.
«Айырыуса музей иғтибарҙы йәлеп итте, унда тарихҡа тиклемге кешеләр, уларҙың һүрәттәре һәм боронғо донъя тураһында белергә мөмкин. Шулай уҡ «Урал батыр» эпосына арналған кабинет ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Урындағы фауна менән таныштырыу ҙа булды. Был йыландар, айыу эҙҙәре генә түгел, серле йән эйәләре лә. Мәскәү ҡунаҡтары метр ярымлыҡ терпе күрҙек тип раҫлаһа, урындағы халыҡ уларға ғәйәт ҙур ҡуңыҙ тураһында һөйләне, хәҙер уның хаҡында легенданы Башҡортостандан ситтә лә беләләр».
Осрашыу һуңында һанлы пейзаждар, видеоарт һәм концептуаль эштәр онлайн-күргәҙмәһе булды. Был әҫәрҙәр Рәсәй сәнғәтенең һанлы фондының бер өлөшө булып тора һәм илдең мәҙәни бәйләнештәрен үҫтереү өсөн файҙаланыла. Рәссам Вадим Хәлитовтың арт-объекттарының береһе ҡурсаулыҡҡа бүләк итеп тапшырылды һәм музей коллекцияһын тулыландырҙы.
Башинформ Рәсәй ғалимдарының мәмерйә арыҫландары һөйәктәрен табыуы тураһында ла хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.