11:00 (UTC+5), 30 Июня 2026

«Бөгөн Башҡортостанда яғыулыҡ етерлек» – республика вице-премьеры

Башҡортостан вице-премьеры – республика сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев БСТ каналының махсус брифингы тура эфирында белдереүенсә, республикала яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ.

Фото: Ксения Калинина | Башинформ
Иван Вавилов
«Хәл ябай түгел, ләкин бөгөн яғыулыҡ етерлек. Беҙҙең нефть эшкәртеү заводтары ҡеүәтен 10% арттырып эшләй», — тине Шельдяев.

Заправкаларҙа барлыҡҡа килгән ажиотаждың иң юғары нөктәһе уҙған йома һәм шәмбе көндәренә тура килде, әммә бөгөн хәл тотороҡлана, тип билдәләне ул.

«Йома-шәмбе көндәрендә Өфө эсендәге һәм райондарҙағы 25 эре АЗС-та 800-шәр машина сиратта торҙо. Кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бензинды канистр менән ала башланы, заправкаға бер нисә тапҡыр инеп, запас әҙерләне. Шуға күрә беҙ канистр менән бензин һатып алыуҙы ваҡытлыса тыйҙыҡ. Өфө эсендә лә, республиканың алыҫ райондарына ла яғыулыҡ ташыһындар өсөн Транспорт министрлығы һәм «Башнефть» менән берлектә шәхси нефть трейдерҙары менән эш алып барабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан вице-премьеры.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бензинға бәйле хәлде аҙна һуңына тиклем хәл итеү планлаштырыла.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика